Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Ноябрь 2021, 14:48

“Һөнәремде эшләй-эшләй нығыраҡ яратам”

Район мәғариф бүлегендә 20 йылдан артыҡ хисапсы булып эшләгән Мөнирә Барый ҡыҙы тыумышы менән Тирәкле ауылынан.

Ирина Куркова
Фото:Ирина Куркова

Район мәғариф ойошмаһында 20 йылдан артыҡ хисапсы булып эшләгән  Мөнирә Барый ҡыҙы тыумышы менән Тирәкле ауылынан. Ул Флүрә Хәмзә ҡыҙы менән Барый Әбҡәдир улы Арылбаевтарҙың ғаиләһендә 5-се бала булып донъяға килә.

Атаһы Баҡалды совхозының Тирәкле бүлексәһендә ферма мөдире булып эшләй. Әсәһе йортта хужалыҡ мәшәҡәттәрен алып бара, алты бала тәрбиәләй. Бәләкәй Мөнирә атаһының ағас иҫәпләгестә һандарҙы шаҡылдатып һанауын, төрлө эш ҡағыҙҙарын тултырыуын ҡыҙыҡһынып күҙәтергә, үҙенсә төймәләрҙе уңға-һулға тартып, шут сығарырға ярата. Кесе йәштән үк  һандар менән дуҫлашҡан ҡыҙ мәктәптә уҡыған сағында ла математика фәнен үҙ итә.

Тирәкле мәктәбенең һигеҙенсе класын бик яҡшы билдәләргә тамамлаған Мөнирә 9 — 10-сыға Баҡалдыға килә. Тырыш, ныҡыш үҫмергә рус теле, математика, химия кеүек дәрестәр бик еңел бирелә. Өлгөргәнлек аттестатын ҡулына алғас, ул артабан ниндәй йүнәлеш буйынса барырға,  тип икеләнеп тормай, документтарын Стәрлетамаҡ ҡалаһының технологик колледжына тапшыра һәм бухгалтерҙар әҙерләү бүлегендә һабаҡ ала башлай.

1993 йылда дипломлы белгес Баҡалды ауыл советында хисапсы булып хеҙмәт юлын башлай. 1998 йылда, кадрҙарҙы ҡыҫҡартыу сәбәпле, район мәғариф бүлегенең хисап бүлегенә эшкә күсерелә һәм бөгөнгә тиклем ошонда намыҫлы тир түгә. Ул 1-се  һәм 2-се Архангел, Баҡалды, Тирәкле, Валентиновка, Максим Горький мәктәптәрен, “Әкиәт”, “Тирмәкәй”, Казанкалағы “Гөрләүек” балалар баҡсаһын, “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәген, “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубын һәм мәғариф бүлеген хеҙмәтләндерә. Эш хаҡтарын хисаплау, төрлө пособиеларҙы түләү, пенсия фонды, һалым органдары менән хеҙмәттәшлек итеү уның төп бурысы. Һөнәри белемен, оҫталығын  камиллаштырыу, үҫеү  өҫтөндә лә әүҙемлек күрһәтә, әленән-әле яңы программаларҙы, дистанцион курстарҙы үтеп тора.

— Өс тиҫтәгә яҡын йыл элек, хеҙмәт юлымды башлаған саҡта хисапсылар бөтә яҙыу, иҫәпләү эштәрен ҡулдан алып барһа, хәҙер һандар — компьютерҙа. Был тармаҡта ниндәй генә яңы программалар индерелмәй. Яҡшы һөҙөмтәгә ирешәйем тиһәң, замандан артта ҡалмай, бөтәһен дә үҙ ваҡытында үҙләштереп барыу зарур. Шулай уҡ ҡануниәт менән дөрөҫ эш итеү, закондарҙы ныҡлы белеү ҙә беҙҙең бурыс, сөнки һалым, пенсия фонды органдарында үҙгәрештәр булып ҡына тора. Шуға күрә бар нимәгә иғтибарлыбыҙ. Һөнәрем оҡшай, уның нескәлектәренә эшләй-эшләй төшөндөм һәм нығыраҡ ярата барам, уға яуаплы ҡарайым. 

Хеҙмәттәштәремә лә бик рәхмәтлемен. Бөгөн мәғариф бүлегендә 13 хисапсы тир түгә. Үҙ-ара бик татыу, берҙәмбеҙ.

Ғаиләм дә мине һәр саҡ күтәреп, ярҙам итеп тора. Ирем Ирек Фәхретдин улы менән Денис исемле улыбыҙға тәрбиә бирәбеҙ. Улыбыҙ әле 1-се Архангел мәктәбенең 10-сы класында уҡый. Ял көндәрендә йорт мәшәҡәттәрен башҡарырға, аш-һыу әҙерләргә, китап уҡырға яратам. Тәбиғәт ҡосағына сығып, төрлө емеш-еләк, дарыу үләндәре йыйыу, йәиһә былай ғына йөрөп ҡайтыу оҡшай. Сәскәләр үҫтереү менән мауығам. Был шөғөл миңә оло ҡыуаныс бирә,  — тип көндәлек эшенән буш ваҡыт табып, һөйләп үтте Мөнирә ханым.

Хисапсы эше ҡоро һандар ғына түгел. Уны күңел биреп башҡарғанда, талапсан, намыҫлы булғанда ғына яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин. Мөнирә Сәйфуллина нәҡ бына ошо сифаттарҙы хеҙмәтендә тоғро юлдаш итеп һайлаған да инде.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас в