

Тәрбиәүи сәғәт барышында терроризм төшөнсәһенә аңлатма бирелде, уның ниндәй маҡсатта ойошторолоуы һәм төрҙәренә дөйөм байҡау яһалды. Хәүефһеҙлек, башҡиҫәрҙәр тотҡонона эләккән осраҡта үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләре хаҡында ла һүҙ барҙы, кәңәштәр бирелде.
Бөгөн террористарҙың яуызлығы ҡәҙимге иң ҡурҡыныс күренешкә әйләнгән. Уларға ҡаршы көрәш, ҡан ҡойошто булдырмау йәһәтенән дәүләт тарафынан ниндәй иҫкәртеү һәм көрәш сараларының уҙғарылыуы, йәштәр мөхитендә енәйәтселек, наркомания, экстремизм күренешен булдырмау, даими һәм комплекслы профилактик саралар үткәреп тороуҙың мөһимлеге темаһы ла иғтибар үҙәгенә алынды.
Гөлназ Вашкевич,
Орловка ауылы клубының хужожество етәксеһе.