Инйәр
+15 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
22 Октября 2021, 10:43

Каникулдар күсерелмәй

Каникулдар календарь планына ярашлы ғәмәлдә ҡала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Асыҡ сығанаҡтарҙанАсыҡ сығанаҡтарҙан
Фото:Асыҡ сығанаҡтарҙан

Пандемия арҡаһында хеҙмәтсәндәрҙең ноябрҙәге оҙайлы ялдарына бәйле уҡыусыларҙың каникулдары күсерелмәй. Ул календарь планына ярашлы ғәмәлдә ҡала.

Балалар баҡсаларында дежур төкөмдәр буласаҡ, ә уҡыусылар 29 октябрҙән 7ноябргә тиклем ял итәсәк. Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы дежур төркөмдәрҙә ҡалдырыу өсөн балалар баҡсаһы етәксеһенә йәки йәшәү урынындағы мәғариф идаралығына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ә уҡыусыларҙың каникулға алдараҡ сығыу мөмкинлеге иҫбатланманы. Каникулдар графикка ярашлы буласаҡ. Колледж студенттары  иһә был осорҙа уҡымаясаҡ.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас