Инйәр
+14 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
21 Сентября 2021, 09:54

Атайымдан ҡалған һөнәр

Урман — һулаған һауа сығанағы ла, йылытыусы ла, туҡландырыусы ла, күңелгә ял һәм сихәт биреүсе лә.

Добавить в предпочтительные источники Google
АвторАвтор
Фото:Автор

Урман — һулаған һауа сығанағы ла, йылытыусы ла, туҡландырыусы ла, күңелгә ял һәм сихәт биреүсе лә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡына шуларҙы онотоп, йәки бер нимә лә булмаҫ әле, тип, тәбиғәткә ҡарата яман ҡылыҡтар башҡарабыҙ.

Бына ошо тәртипһеҙлектәрҙе иҫкәртеп, урмандарыбыҙҙы юҡ итеүгә юл ҡуймаған ябай урмансылар “йәшел ҡалҡан”ыбыҙҙың ышаныслы һаҡсылары ла инде.

Беҙҙең район урман хеҙмәткәрҙәре ла ошо йүнәлештә яҡшы эш алып бара. Уларҙың байтағы тотош ғаиләләре менән изге һөнәргә тоғролар. Раян Фәхретдин улы Сәйфуллинға ла ул атаһы Фәхретдин Хөснөтдин улынан тапшырылған.

Тирәкле ауылында тыуып-үҫкән Раян Фәхретдин улы 1985 йылдан алып тәбиғәт һағында тир түгә. Бөгөн ул урман хужалығы участкаһы начальнигы вазифаһын алып бара.

— Урмансы һөнәре еңелдән түгел, хатта хәүефле лә. Районыбыҙ урман хужалығында үҙ эшенең оҫталары хеҙмәт итә.

Беҙҙең иңдә тәғәйен биләмәлә үҫкән һәр ағас өсөн  яуаплылыҡ. Эшебеҙҙең төп асылы — диләнкәләрҙе дөрөҫ үлсәп, тамғалар ярҙамында хужаһына бүлеү, аҙаҡ уны ҡайтанан ҡарап, ҡабул итеү, киҫелгәндәре урынына яҙлы-көҙлө яңы үҫентеләр ултыртыу, уларҙы тәрбиәләү, ауған ағастарҙы таҙартыу, йәғни, урманды һаҡлау.

Ғөмүмән, тәбиғәт һәм кеше араһындағы аралашсы ролендәбеҙ. Әҙәм балалары менән дә, хайуан-ҡоштар, үҫемлектәр менән дә эшләйбеҙ. Һуңғылары артыҡ ҡаршылыҡтар күрһәтмәһә лә, тәүгеләре ауыр мәсьәләләр тыуҙыра. Барыһы ла ҡануниәткә ҡаршы килә, тәртипһеҙлек ҡыла, тип әйтмәйем. Тик йән әсеткес күренештәргә тап булыу үтә күңелһеҙ. Шуға күрә халыҡҡа аңлатабыҙ, белем усаҡтарына сығып, уҡыусылар менән дә тәрбиәүи эштәр алып барабыҙ. Һөҙөмтәләр бар — бөгөн кешеләр урманға ҡарата һаҡсылыраҡ ҡарашта.

Быйыл урман янғындары мәсьәләһе айырыуса көнүҙәктә булды. Махсус мобиль төркөмдәр менән даими рәүештә урындарға сығып, ҡарауыллап торҙоҡ. Элек хеҙмәткәрҙәр күп саҡта еңелерәк була торғайны, ә хәҙер ҡыҫҡартыуҙар сәбәпле, бер кешегә йөкләмәләр  артты, өлгөр генә. Ҡыйынлыҡтарға бирешмәйбеҙ, бар булмышыбыҙҙы урмансылыҡҡа бағышлайбыҙ.

Эшебеҙҙә төрлө хәүеф-хәтәр ҙә эргәлә һаҡлап ҡына йөрөй. 2019 йыл Фалалеевка тигән ташландыҡ ауыл эргәһендәге урманда рейдта йөрөп ятҡан мәлдә ҡаршыбыҙға ҙур инә айыу килеп сыҡмаһынмы! Ярай машинанан сығып өлгөрмәгәйнек. Сыҡҡан булһаҡ, өҙгөләп ташлар ине, йыртҡыс йыртҡыс инде.  Баҡтиһәң, өс айыу балаһы ҡурай еләге ҡыуаҡлығы төбөндә тамаҡлана икән, ә әсәләре һаҡта торған. Сабыйҙарына зыян килтереп ҡуймаһындар, тип беҙгә табан ырылдап, алға килеүен дауам итте. “Нива”ны артҡа биреп, икенсе юл менән китергә тура килде.

Бөгөн урман тармағына иғтибар бермә-бер арта, ә инде урмансылар алдына етди бурыстар ҡуйыла. Әлбиттә, был хеҙмәт бер ҡасан да еңелдән булмаған, шуға ла урман йәнлеләр генә был тармаҡта  оҙаҡ йылдар эшләй ала, — тип эш араһында ваҡыт табып, һөйләп үтте Раян ағай.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас