Шуларҙың береһе, Максим Горький ауылы егете Илдус Рауил улы Ҡанафиндың да быйыл Мәскәүҙәге төп Еңеү парадында ҡатнашыуы районыбыҙҙың данын күтәрҙе. Билдәле булыуынса, Еңеү парадында ҡатнашыу ҙур етдилек, яуаплылыҡ, физик әҙерлек, ихтыяр көсө талап итә.
Илдус Максим Горький мәктәбен тамамлағандан һуң, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы колледжды һәм бер юлы Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжын тамамлаған. Ҡулына диплом алғас та хәрби бурысын үтәргә саҡыртыла. Былтыр июль айында ул Мәскәү яҡтарына (Балашиха) хеҙмәт итергә ебәрелә һәм Милли гвардия ғәскәренең Держинск исемендәге дивизияның 2-се полкына эләгә.
Бер ерҙә лә хеҙмәт итеүе еңелдән түгел, әммә тап Милли гвардия һалдаттары иңендә хәрби бәрелештәр урынында тыныслыҡ һәм тәртип булдырыу бурысы ята.
Яҡташыбыҙ башта уҡ үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Армияға тиклем физик яҡтан ныҡлы әҙерләнгән, башҡалар менән уртаҡ тел таба белгән, ойоштороу һәләте булған егет тиҙ арала иғтибар үҙәгенә эләгә. Бөгөн ул — кесе сержант дәрәжәһендә. Ата-әсәһенә лә бер йыл эсендә ул хеҙмәт иткән часть командирынан рәхмәт хаты, яҡшы һүҙҙәр генә килеп тора.
Йыл да 9 май Ҡыҙыл майҙанда төп парад үткәреү яҡшы һәм күркәм традицияға әйләнгән. Ә унда ҡатнашыу ир-егеттәр өсөн оло дәрәжә, ҡаҙаныш!
Беҙҙең егетебеҙ ҙә Еңеү парадында үтәсәк яугирҙар исемлегенә инде. Илдустың әсәһе Земфира Ишдәүләт ҡыҙы һөйләүенсә, мәртәбәле сара өсөн һалдаттарҙы етди һайлап алғандар: кәүҙә, физик әҙерлек, төҫ-башҡа ла иғтибар иткәндәр. Илдус барлыҡ талаптарға ла тап килгән.
Бер көндө лә әрәм итмәй күнекмәләр башлана. Яңы йылдан һуң, һалдаттарҙы Мәскәү эргәһендәге Алабино палигонына күсерәләр. Бында Ҡыҙыл майҙандың тулы күсермәһе эшләнгән. Парадта ҡатнашасаҡ Росгвардия һалдаттары, Ҡораллы көстәрҙең башҡа ғәскәрҙәре, хәрби техника 9 майға тиклем көн һайын ошонда репетиция уҙғара. Командирҙары: “Һеҙгә Еңеү парадында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Ҡасандыр Ҡыҙыл майҙандан һеҙҙең олатайҙарығыҙ Ватан алдында изге бурысын үтәргә оҙатылған. Ваҡыт уҙыр һәм һеҙ бөгөнгө ваҡиғаларҙы ғорурлыҡ менән хәтерләрһегеҙ”, — тигән.
Тәүге яңылыш баҫыуҙар, тайғаҡ юлда ялтаныуҙар, аяҡ-ҡулдарҙың зәңкеп ауыртыуҙары, арманһыҙ булып арыуҙар — барыһы ла артта. Иртәнге сәғәт 3-тән башлап, кискә тиклем барған күнекмәләр яҡшы күрһәткестәргә килтерҙе. Аҙымдар теүәлләнде, нығынды, матурыраҡ була башланы. Көсөргәнешле әҙерлек әллә күпме көс талап итһә лә ныҡлы рухлы йәш егет бер ҡалдырмай ураҙа ла тотҡан.
Еңеү көнө етер алдынан Ҡыҙыл майҙандың үҙендә бер нисә тапҡыр күнекмәләр ойошторола.
Бына күптән көткән данлыҡлы көн килеп етә. Барлыҡ ил етәкселеге, дәрәжәле кешеләр, һуғыш ветерандары, хәрби частәр, техника, тамашасылар төп майҙанға йыйыла. Тулҡынландырғыс мәлдәр! Йөҙ тапҡыр ҡабатланған аҙымдарҙы, хәрәкәттәрҙе онотмаҫҡа, буталмаҫҡа, ышаныслы, тигеҙ баҫырға, сырайҙы үҙгәртмәҫкә! Бөтә Ҡыҙыл майҙан, Мәскәү, Рәсәй ғәскәрҙәрҙең оло сәнғәткә торошло тигеҙ сафта атлауҙарын диҡҡәт менән күҙәтә. Илдус Ҡанафин хеҙмәт иткән Милли гвардия парадта лайыҡлы ҡатнашты, бер һалдат та часының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Ҡыҙыл беретлы Росгвардия һалдаттары, улар араһында Илдус та сафта ғорур атлап уҙҙы.
Был саранан алған тәьҫораттар һалдаттарҙың хәтерендә мәңге һаҡланыр. Илдусҡа, ошондай ул тәрбиәләгән ата-әсәһенә, уҡытыусыларына афарин! Әйткәндәй, яҡташыбыҙ “Еңеү парадында ҡатнашҡан өсөн” тигән миҙал менән наградланды.