Инйәр
+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
1 Мая 2021, 01:10
Медицина ярҙамы ойошторолдо
“Һаулыҡ поезы” республика буйынса үҙ эшен дауам итә.
Добавить в предпочтительные источники Google
Апрель аҙаҡтарында ул беҙең яҡтарға йүнәлде. Өфө ҡалаһының флюорография кибинетын, үҙәк район дауаханаһының фельдшер-акушер пунктын үҙ эсенә алған махсуслаштырылған “тәгәрмәсле дауахана” Оҙондар ауылы биләмәһенә килде.
Тәүге өс көндә Аҙау ауылы халҡына медицина белгестәренә күренергә форсат тейҙе. Өфө һаулыҡ үҙәгенең медицина хеҙмәткәрҙәре: терапевт Ирина Сафина, стоматолог Элина Анисимова, фельдшер-лаборант Лирида Минһажева, функциональ диагностика шәфҡәт туташы Гөлсөм Әғзәмова, шулай уҡ үҙәк район дауаханаһынан хирург, невропатолог, гинеколог, педиатр, профилактика кабинетының шәфҡәт туташы, функциональ диагностикалау кабинеты белгесе (ЭКГ) барлығы 92 кешененең һаулығын тикшерҙе.
Аҙау ауылының фельдшеры Нәзирә Борханова әйтеүенсә, халыҡ алдан уҡ табиптарҙың килеүе тураһында иҫкәртелгән. Билдәләнгән көн ололар уңайлы мәлде файҙаланып, диспансеризация үтте: флюорография, ЭКГ, күҙ һәм артериаль ҡан баҫымын тикшертте, дөйөм ҡан торошона, ВИЧ-ҡа анализ тапшырҙы.
Иҫәптә торған хроник сирлеләр айырыуса иғтибар үҙәгенә алынды. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең байтағы терапевтан тикшереү һөҙөмтәһен алғандан һуң, артабан тикшерелеү, дауаланыу өсөн район дауаханаһы табиптарына, Өфө ҡалаһының медицина учреждениеларына йүнәлтмә алды.
“Һаулыҡ поезы” акцияһы сиктәрендә бик күп аҙауҙар коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка ла яһатты.
Дилара Бәҙретдинова.
Эльвира Абдулова фотоһы.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"