Уны халыҡта Яңы йыл башы, Яңы йыл байрамы тип тә йөрөтәләр. Төрки телле ата-бабаларыбыҙҙың онотола барған изге байрамдары, уларҙың гөрөф-ғәҙәттәре, ниһайәт, беҙҙең көндәргә әйләнеп ҡайта башланы. Көндөң төндө ҡыуып еткән ваҡытында ата-бабаларыбыҙ Яҙҙы ҡаршылағандар.
Кешеләр матур теләктәрен уға әйтеп ҡалырға тырышҡан. Өйҙән-өйгә йөрөп, ҡотлап, һый-хөрмәт йыйып йөрөгәндәр.
Үткән аҙна Зәйет ауылында ойошторолған Наурыз байрамы йыр-бейеүгә, тәбиғәт һынамыштарына, уйын-ярыштарға, тәмле-татлы аш-һыуҙарға, бүләктәргә бай булды.
Тамашаға төрлө тарафтарҙан абруйлы ҡунаҡтар саҡырылды: республикала билдәле “Ак калфак” татар ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Люциә Ябир ҡыҙы Вафина, Татарстан Республикаһының Башҡортостан Республикаһындағы даими вәкиле Йософ Йыһанша улы Якубов, Татарстандың күренекле композиторы, мәҙәниәт эшмәкәре Алик Харис улы Лоҡманов, Башҡортостан татар конгресы башҡарма комитеты етәксеһе Заһир Хәкимов һәм башҡалар.
Зәйет ауылы халҡы сараға бик әүҙем һәм берҙәм әҙерләнде. Һәр урам милли аштар бешереп килтерҙе, урындағы оҫталар үҙҙәренең ҡул эштәренән бай күргәҙмә хәстәрләне, мәктәптең спорт залы милли юҫыҡта биҙәлде.
Еңел машиналарҙа килгән ҡунаҡтарҙы ауыл осонда уҡ гармун моңдары, сәк-сәктәр менән ҡаршы алғандан һуң, ҡыңғырауҙар тағылған саналарға ултыртып, елдереп мәктәпкә алып килдек. Татарстандың ТНВ телеканалы ваҡиғаларҙы төшөрөп барҙы. Халыҡ бик күп йыйылды. Барыһы ла белем усағының спорт залында урын алғас, мәктәп директоры Илгиз Рәхмәтуллин тамашасыларҙы байрам менән ҡотлап, яҙҙы ҡаршы алыу тантанаһын асыҡ тип иғлан итте.
Артабан район Советы рәйесе Фәйез Йортомбаев, ауылыбыҙҙың хөрмәтле кешеһе Зәғәфүрән Ғафаров һүҙ алды. Улар Наурыз байрамының әһәмиәте, халыҡтың күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, артабан үҫтереү, популярлаштырыу, киләсәк быуынды милли рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биреү тураһында һөйләп үтте. Архангел мәғлүмәт үҙәге директоры Гөлшат Закирова “Инйәр” гәзитенең милли үҙаң, илһөйәрлек тәрбиәләүҙәге роле, Зәйет ауылы халҡының район гәзиттәренә дәррәү яҙылып, ваҡытлы матбуғат менән дуҫ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, киләсәктә лә шулай әүҙем булырға саҡырҙы һәм берәр дана “Инйәр” һәм “Архангельский вестник” гәзиттәренә яҙылыу бүләк итте. Район мәҙәниәт йортонан Елена Мортазина ауылдың, райондың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәгән зәйеттәргә Рәхмәт хаты тапшырҙы, шулай уҡ мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Сәйғафарова ла күп йылдар мәктәп тормошонда намыҫ менән тир түккән уҡытыусыларҙы Рәхмәт хаттары менән билдәләп үтте. Район Советы депутаты Венер Хәзиәхмәтов та ауылдаштарын сағыу байрам менән ҡотлап, матур теләктәрен еткерҙе. Ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа телмәр тотто. Улар районыбыҙҙа татар мәҙәниәтенең үҫеүе, татар-башҡорт йолаларының һаҡланыуын билдәләне. Татар конгесынан Зәғәфүрән Сәмиғулла улына Рәхмәт хаты тапшырылды.
Рәсми өлөш тамамланғас, ҡунаҡтар ҙур ҡаҙандарҙа бешкән былау, милли аш-һыу, ҡамыр ризыҡтары менән һыйланды.
Артабан “Хуш киләһең, Наурыз!” тигән театрлаштырылған тамаша башланды. Төрлө күңелле халыҡ уйындарын, йыр-бейеүҙәрен үҙ эсенә алған концерт залдағыларҙың күңеленә хуш килде. Ауылдың көнкүрешен, ер-һыу атамаларын сағылдырған таҡмаҡтар, изге теләктәр яңғыраны. Халыҡтың дәртле көйгә ҡушылып бейеүҙәре сараның бер биҙәге булып, дәррәү алҡыштарға күмелде. “Әхирәттәр”, “Хазина” фольклор төркөмө, район мәҙәниәт йорто артистары, Зифа Абдуллина етәкселегендәге Ҡыҫынды ағинәйҙәре һәм башҡа күрше ауыл һәүәҫкәрҙәре концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Саф һауала ла спорт ярыштары ойошторолдо. Сара һуңында Люциә Вафина йыйылған балаларҙың береһен дә ҡалдырмай матур бүләктәр таратты.
Яҙҙы ҡаршылау татлы ризыҡтар, тәмле сәйҙәр менән һыйланып, ҡатнашыусыларҙы бүләкләп тамамланды.