Инйәр
+19 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
23 Марта 2021, 11:25

Эҫе һыу менән эшкәртәбеҙ

Тәжрибәле баҡсасылар иртә яҙҙа (ҡар ирей, бөрөләр тиртә башлағас), ҡыуаҡтарҙы эҫе һыу менән эшкәртеү алымын бик оҫта файҙалана.

Добавить в предпочтительные источники Google
Эҫе “душ” айырыуса ҡарағат, ҡыҙыл ҡарағат, крыжовник кеүек ҡыуаҡтарға килешә.
Бындай эшкәртеү ысулы ағас-ҡыуаҡтарҙы төрлө ҡоротҡостарҙан, айырыуса талпан, үҫемлек бетсәләренән һаҡлай.
Ҡыуаҡтарҙы эҫе һыу менән эшкәрткәндә ниндәй ҡағиҙәләрҙе мотлаҡ үтәргә? Беренсенән, һыу ныҡ ҡайнар булмаһын – 60-70 градус булһа, етә. Әгәр ныҡ эҫе һыу һипһәгеҙ, бөрөләргә зыян килтереүегеҙ бар. Икенсенән, мотлаҡ лейка ҡулланығыҙ. 10 литр эҫе һыу 2-3 ҡыуаҡҡа тәғәйенләнә. Һыуға бер нисә тамсы марганцовка иретмәһе өҫтәргә мөмкин.
Әйткәндәй, ҡыуаҡтарҙы эҫе һыу менән эшкәртеү – борон замандан билдәле алым, баҡсасылыҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән халыҡтар уны элек-электән ҡулланған. Шулай уҡ тәжрибәле баҡсасылар әйтеүенсә, бындай “душ” үҫентеләрҙең ҡышҡы йоҡонан тиҙерәк уяныуына, үҫешенә, хатта уңдырышлылығына ла тәьҫир итә.
Дилара Бәҙретдинова әҙерләне.
Читайте нас