Инйәр
+19 °С
Ясно
Төрлөһөнән...
19 Марта 2021, 10:48
Тиктормаҫ Хәлит бабай
Халыҡ араһында күп йөрөргә тура килгәнлектән кешеләрҙең йәшәйешенә, яратҡан шөғөлдәренә, ғөмүмән яҙмыштарына иғтибар итәһең.
Добавить в предпочтительные источники Google
Бигерәк тә оло йәштәге яҡташтарыбыҙҙың ғүмер буйы туплаған тормош тәжрибәһе, серҙәре ҡыҙыҡһындыра.
Көмәрле ауылында йәшәүсе Хәлит Ғайса улы Хәсәнов тамырҙары менән Ҡыҙылъяр ауылынан. Ул тыл һәм хеҙмәт ветераны. Абҙан һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, тура колхозға килә. Бала һәм үҫмер сағы ауыр йылдарҙа үтә: аслыҡ-яланғаслыҡты, ауыр эштәрҙе, һуғыш михнәтен үҙ иңендә күп татый ул.
Бар ғүмерен тыуған Липовка совхозында тракторсы булып хеҙмәт иткән Хәлит Ғайса улы әле хаҡлы ялда. Уның дөйөм хеҙмәт стажы — 43 йыл.
Бөгөн ул әүҙем тормош алып бара: һаман еңел автомобиль йөрөтә, ваҡытлы матбуғатты, шул иҫәптән “Инйәр” гәзитен даими алдырып бара, урындағы йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Тормош иптәше Вазиха әбей менән йәштәргә биргеһеҙ матур итеп донъя көтәләр. Ил ағаһы ихатанан инмәй, һаман йүгереп йөрөп әле быныһын, әле тегенеһен йүнәтә, йыйыштыра. Ғөмүмән, бер ҙә эшһеҙ, тик торорға яратмай.
—Оҙаҡ йәшәү сере нимәлә? Күберәк хәрәкәт итеүҙә, саф һауала эшләүҙә, тәбиғәткә яҡын булыуҙа, күңел сафлығы һәм тормошто яратыуҙа. Бер ваҡытта ла тәмәке тартманым, эске менән мауыҡманым һәм береһенә лә кәңәш итмәйем.
Беҙҙең быуын ҡолас йәйеп тир түкте, зауыҡ артынан ҡыуманы, берҙәм йәшәне. Көнсөллөк, яуызлыҡ, эшһеҙлек, ялҡаулыҡ тигән нәмәләрҙе белмәнек. Һәр көнөбөҙ намыҫ менән Ватанға хеҙмәт итеү ине. 90-ға етһәм дә йөрәгем йәш. Аллаға шөкөр, 7 баламдың, 17 ейән-ейәнсәрҙәремдең һәм 22 бүлә-бүләсәрҙәремдең уңыштарын, шатлыҡтарын, матур тормоштарын күрергә насип булды, — тип сере менән уртаҡлашты Хәлит бабай.
Дилара Бәҙретдинова.
Эльвира Абдулова фотоһы.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
ок
Редакция һайлауы
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:53
Хозур тәбиғәттән тән һәм йән сихәте алып
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:42
“Уҡытыусы булып тыуырға кәрәк” - ти шиғри күңелле, рухлы шәхес
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:33
Тәү сиратта, хәүефһеҙлек
Төрлөһөнән...
20 Мая , 10:31
Сафтар тулыланды
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"