Инйәр
+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
12 Марта 2021, 11:39

Эй, сая ҡыҙҙарыбыҙ!

Абҙан мәктәбенең спортзалында ауыл биләмәһенең гүзәл заттары араһында “Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар” тип аталған спорт сараһы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ярышта 4 команда ҡатнашты: “Ромашкалар”, “Молния”, “Бәхет” (Абҙан ауылы) һәм “Осҡон” (Ырныҡшы).
Конкурсанттар бәйге шарттары менән алдан танышып, ныҡлы әҙерләнгәндәр. Һәр береһе үҙенсәлекле сәләмләү, девиз, эмблема, команда йыры менән сығыш яһаны. Бәйгене ауыл хакимиәте башлығы Айнур Хәсәнов һәм Юнир Йосопов алып барҙы.
Уйын барышында “Молния” командаһының командиры Әлфиә Сәлихова, “Бәхет” — Филүзә Ғиззәтуллина, “Осҡон” — Венера Валеева һәм “Ромашкалар” — Илгизә Имәнғәлина оҫта ойоштороусы һәм етәксе булыуҙарын дәлилләне. Ҡатын-ҡыҙҙар эстафетала йүгереү, туп менән уҙышыу, оҙонлоҡҡа һикереү, туп ырғытыу һәм башҡа ярыштарҙа көстәрен һананы. Сара сәмле һәм күңелле уҙҙы. Иң ҡыҙыҡ ярыш — арҡан тартыу булды. Көйөрмәндәрҙең алҡыштары, дәртләндереү һүҙҙәре сая һылыуҙарыбыҙға дәрт-дарман өҫтәне.
Бәйгелә барыһы ла әүҙем ҡатнашты, һәр кем үҙ командаһын алға сығарыр өсөн ҙур тырышлыҡ күрһәтте. Һөҙөмтәлә, 1-се урынға “Молния” лайыҡ булды, 2-се баҫҡысҡа “Ромашкалар” сыҡты, 3-өнсө — “Бәхет” һәм 4-енсе урын “Осҡон”ға бирелде.
Урындағы эшҡыуарҙар Рәмилә һәм Зиннур Шәйхетдиновтар гүзәл заттарыбыҙға бүләктәр тапшырҙы.
Эльзида Мусина.
Абҙан ауыл хакимиәтенең йәштәр эше буйынса белгесе.
Читайте нас