Сабыр холоҡло, зирәк ханым тормош иптәше Рәис өсөн тоғро ҡатын, ышаныслы дуҫ, балалары Айһылыу менән Рәмилгә хәстәрлекле әсәй. Ҡулынан килмәгән эше юҡ Рәсиләнең. Уның ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән һый-ниғмәттәрен һанап бөтөргөһөҙ. Төрлө ҡайнатмалар, компот, һуттар, турамалар, ҡаҡтар һәм башҡалар хужабикәнең тырышлығын дәлилләй. Йорт-ихатаһы ла ялт итеп тора. Йәйгеһен бигерәк матур, сөнки сәскәләр яратҡан яҡташымдың баҡса, ихата тулы төрлө-төрлө гөл-сәскәләре күҙҙең яуын алып тора. Йәшелсә, емеш-еләккә килгән лә уның баҡсаһы менән тиңләшеп булмай.
Рәсилә Шәрифулла ҡыҙының иң яратҡан шөғөлдәренең береһе — аш-һыу. Ауылдаштары, туғандары бик йыш уға сәк-сәк, бауырһаҡ, йәки бәлештәр бешереп биреүен һорай. Ысынлап та хужабикәнең ҡулынан һәр нәмә уңа, ризыҡтары телде йоторлоҡ тәмле. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә йыш ҡына үҙе бешергән, әҙерләгән аш-һыуҙары менән уртаҡлашып, фотоһүрәттәрен һалып тора, серҙәре менән бүлешә, урынлы кәңәштәрен бирә.
Дарыу үләндәрен йыйыу, етештереү — тағы ла бер мауыҡтырғыс шөғөлө. Былтыр күпләп боланут (Иван-чай) үләнен әҙерләгән икән. Ғаиләһен үҙе яһаған тәбиғи сәй менән һыйлай, туғандарына, таныштарына ла өлөш сығара. Ә өйҙә яһаған сырынан ауыҙ иткәндән һуң, магазиндыҡын һатып алғы ла килмәй.
Уңған ханым байтаҡ йылдар күпләп ҡаҙ аҫрай. Ҡош-ҡорт тотҡан кеше белә инде ҡаҙ үҫтереүҙең ҙур түҙемлек, хәстәрлек талап иткәнен. Иртә яҙҙан һалҡын көҙгәсә Мостафиндар күмәкләшеп уларҙы тәрбиәләй, һимертә. Ә сифатлы иттең тәмен белеп ҡалған һатып алыусылары ҡаҙ өмәһенең башланыуын көтөп кенә тора. Бына шулай, Рәсилә үҙенә тағы ла бер кәсеп табып, ғаилә ҡаҙнаһына арыу ғына табыш та килтерә.