Ә һеҙ һуңғы тапҡыр ниндәй китап уҡынығыҙ? Яратҡан яҙыусығыҙ бармы?
Ләлә Фазылова, Архангел ауылы:
— Бала саҡта яратҡан яҙыусыларым — Әнүәр Бикчәнтәев: “Нисә йәш һиңә, комиссар?”, “Илсе ҡыҙы”, “Яр буйы малайҙары”, Мостай Кәрим: “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, Зәйнәб Биишева: “Дуҫ булайыҡ”, “Партизан малай”, “Һөнәрсе менән Өйрәнсек”. Элек китапхана бөтә бала-сағаның яратҡан урыны булды. Ул саҡта уҡыған әҫәрҙәр әле һаман иҫтә һәм улар күңелгә ныҡ яҡын.
Һуңғы арала Ноғоман Мусиндың “Һуңғы солоҡ” романын яңынан уҡый башланым әле. Миңә күберәк үҙебеҙҙең башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре, тағы ла балалар әҙәбиәте оҡшай.
Гөлфиә Аҫылбаева, Тәүәкәс ауылы:
— Заманыбыҙҙың күренекле әҙибәһе, танылған яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы күп кенә әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңеленә хуш килде, халыҡтың иң яратып уҡыған яҙыусыһына әүерелде. Был роман ҙур тарихи ваҡиғаларҙы үҙ эсенә алған,ошо ваҡиғаларҙа ҡайнаған халыҡ яҙмышын, тотош милләттең рухи донъяһын сағылдырған ҙур әҫәр. Кемдәр уҡымаған — кәңәш итер инем, бик яҡшы, еңел уҡыла торған роман. Шулай уҡ, Мәрйәм Бураҡаеваның “Арғымаҡ” кеүек әҫәрҙәрен оҡшатам. Ғөмүмән, милләтебеҙҙең тарихын, рухын, телен күтәргән китаптарҙы үҙ итәм. Рус классикаһын да ситтә ҡалдырмайым.
Гөлфинә Блинова, Благовещенка ауылы:
— Мин шиғырҙар уҡырға яратам. Һуңғы тапҡыр Шәүрә Туйсинаның “Күңел баҡсам” исемле китабын уҡып сыҡтым. Бында йәш авторҙың сағыу биҙәкле шиғри донъяһы сағыла.
Шулай уҡ йәш ижадсыларҙың береһе, шағирә Зөһрә Сафинаның “Йондоҙҙарҙан сиктем ҡулъяулыҡ” тип аталған йыйынтығын да рәхәтләнеп, ҡат-ҡат уҡыйым.
Хәким Алсынбаев тигән яҙыусының ижады менән интернет киңлектәрендә таныштым. “Күңел дәфтәре” исемле китабында тыуған еренә, иленә, ауылына, ауылдаштарына һөйөү хистәре менән һуғарылған шиғырҙары тупланған. Йәштәргә ошо яҙыусыларҙың ижади емештәре менән танышыуҙарын теләйем.
Дилара Бәҙретдинова яҙып алды.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.