Әгәр беҙ бөгөн зәңгәр күктә йөҙгән аҡ болоттарға, ябалаҡлап яуған ап-аҡ ҡарҙарға, түбәләрҙән тып-тып тамған яҙғы тамсыларға ҡарап һөйөнәбеҙ икән, бының өсөн Әсәйебеҙ һиңә бурыслыбыҙ. Сөнки, был күркәм донъяны бүләк итеүсе, беҙҙе тәрбиәләп үҫтереүсе, яҡлаусы һәм һаҡлаусы һин.
Тәбиғәттең илаһи бер миҙгеле — ҡояш нурҙары ерҙе иркәләгән, ағастарҙың бөрөләре уянған был мәлдә Благовар районының Иҫке Күсәрбай ауылында тыуып-үҫкән, бөгөнгө көндә Архангел районы Үрге Ырныҡшы ауылында йәшәүсе әсәйебеҙ — Искәндәрова Регина (Рәғилә) Ғарифулла ҡыҙының тыуған көнө — 75 йәшлек юбилейы һәм атайыбыҙ — Хисаметдин Зәйнетдин улы менән парлы ғүмер кисереүҙәренә 55 йыл.
Ошо уңайҙан улар тураһында әҙерәк яҙып үткем килә.
Регина Ғарифулла ҡыҙы Күсәрбай урта мәктәбен уңышлы тамамлағас та Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Ошо уҡыу йылдарында буласаҡ ғүмер юлдашы — атайыбыҙҙы осрата. Әлеге көндә атайыбыҙ менән 55 йыл бергә ғүмер кисереп, биш ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, уларҙы тәрбиәләп үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәренә булышып тормош көтәләр. Һәр беребеҙгә белем алырға ярҙам итеп оло тормош юлына баҫтырҙылар. Барыбыҙ ҙа Абҙан мәктәбендә яҡшы уҡыныҡ, икәүебеҙ (Зифа һәм Диана) көмөш миҙалға тамамланыҡ.
Атай-әсәйебеҙ икеһе лә уҡытыусы булғанлыҡтан беҙгә лә бик талапсан инеләр. Эш һөйөргә, ярҙамсыл һәм кешелекле булырға өйрәттеләр.
Әсәйебеҙ 36 йыл ғүмерен уҡытыусы һөнәренә бағышлап, уҡыусыларына иҫәп-хисап серҙәрен төшөндөрҙө. Балаларға белем һәм тәрбиә биреү менән бер рәттән йәмәғәт эштәрен дә әүҙем алып барҙы. Ул бер нисә тапҡыр саҡырылыш ауыл советы депутаты, халыҡ контроле, иптәштәр суды рәйесе, агитатор, имтихан эштәрен тикшереү буйынса район комиссияһы ағзаһы булды. Хаҡлы ялға сыҡҡас бер нисә йыл Абҙан ауылы хакимиәте башлығы, Абҙан мәктәбе директоры вазифаларын башҡарҙы. Директор булып эшләгән ваҡытта мәктәптә капиталь ремонт ойошторолдо, газ үткәрелде.
Хеҙмәт дәүерендә һөйөклөбөҙ барлыҡ уҡыусыларына, хеҙмәттәштәренә, ауылдаштарына иғтибарлы, мәрхәмәтле һәм ярҙамсыл булды. Башлаған эшен еренә еткереп, алға ҡуйған маҡсаттарына иреште. Шуға күрә лә уны гел хөрмәт итәләр, хеҙмәтен юғары баһаланылар.
Ул юғары категориялы уҡытыусы, Башҡортостан һәм Рәсәй мәғариф министрлыҡтарының Почет грамоталарына, Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, уҡытыусы-методист, педагогик хеҙмәт ветераны исемдәренә лайыҡ булды.
Әсәйебеҙ эш дәүерендә бергә эшләгән хеҙмәттәштәренә, ауылдаштарына изге рәхмәтлемен, ти. Әлеге көндә лә ул уҡыусыларының тормоштары менән ҡыҙыҡһынып, уңыштарына һөйөнөп, сәләмдәр еткереп, аралашып йәшәй. Кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙа, урынлы кәңәштәр бирә, уй-фекерҙәрен уртаҡлаша.
Әсәйебеҙ беҙҙең нескә күңеле, асыҡ йөҙлө, кешелекле, мыһырбанлы, шиғри йәнле кеше. Бөхтәлек, тәртип ярата. Йәйен баҡса тултырып еләк-емеш, гөлдәр үҫтерә, тәмле емеш-еләк ҡайнатмалары эшләй. Ниндәй генә аш-һыу әҙерләмәй ул: ваҡ бәлеш, ҙур таба бәлеше, манты, үҙе ҡырҡҡан өй туҡмасы, ә аштары — телде йоторлоҡ!
Бөгөн дә беҙ — ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең һинең ошо тәмле ризыҡтарыңды, йылы һүҙҙәреңде һағынып, арҡабыҙҙан һөйгәнде, сәстәребеҙҙән һыйпауҙарыңды көтөп, фәһемле кәңәштәреңде һәм үҙең яҙған матур шиғырҙарыңды тыңлар өсөн һеҙҙең янға — яҡты, йылы, нурлы йортобоҙға ашҡынып ҡайтабыҙ.
Әсәй! Беҙгә яҡты донъя бүләк итеп, ел-ямғырҙар тейҙермәйенсә, яҡшы тәрбиә биреп, иркәләп үҫтергәнең өсөн мең-мең рәхмәт әйтәбеҙ, алдарыңда баш эйәбеҙ. Әлбиттә, һинең таянысың, ныҡлы терәгең — атайыбыҙ. Ғаиләбеҙҙең ныҡлығы өсөн атайыбыҙҙың йөрәк йылыһы, наҙы кәрәк булһа, әсәйебеҙҙең тәрән фекерле булыуы — барыбыҙҙы ла тормошта үҙ урыныбыҙҙы табырға, уға дөрөҫ баһа бирергә, яңылышыуҙарҙан һаҡланырға өйрәтте.
Әсәй, атай! Һеҙ фәрештәме әллә,
Йәрәк йылылығыҙ өсөн рәхмәт әйтеп
Ҡәҙерле әсәйебеҙ Регина Ғарифулла ҡыҙына бәхетле миҙгелдәрҙән генә торған оҙон ғүмер, ныҡлы ҡоростай сәләмәтлек, ғаилә именлеге, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр игелеген күреп, һөйөклө атайыбыҙ Хисаметдин Зәйнетдин улы менән бергә ҡәҙер-хөрмәттә, шатлыҡ-ҡыуаныста ғүмер итергә насип булыуын теләйбеҙ.
Әсәй! Тормоштан йәм һәм тәм табып, атайыбыҙ менән бергәләп йәшәргә лә, йәшәргә яҙһын!
Әсәй һәм атай — улар бөгөнгө көндә иң бәхетле кешеләр. Уларҙың яратып һөйөргә ҡыҙҙары, кейәүҙәре, алты ейәнсәре, ете ейәне, өс бүләһе һәм бер бүләсәре бар. Иң өлкән ейәнсәре Илзидә БДУ –ның юридик факультетын тамамланы, кейәүҙә, ҡыҙ һәм ул үҫтерә. Илгиз ейәндәре БДУ–ның математика һәм информация-технология факультетын тамамланы, Айнур — ошонда уҡ тарих факультетында (быйыл ҡыҙыл дипломға өлгәшәсәк), Алмаз иҡтисад факультетында, Нурия — БДМУ-ның 3-сө курсында, Альгиз — Өфө технология колледжында белем ала, Алмир — информатика-компьютер колледжын уңышлы тамамланы. Элина, Искәндәр, Тимур, Регина, Зарина, Замира әлегә мәктәп уҡыусылары, бүлә-бүләсәрҙәре Аделина, Иҙел, Осман һәм Имран да белем усаҡтарына йөрөй.
Улар бәхетлеләр, башҡаса була алмай,
Йөҙҙәрендә нурҙар һибелә.
Изге уйлы, йылы һүҙле булғанға ла
Сәғәт һуға, ғүмер йылдары уҙа,
Уларҙы һис булмай туҡтатып.
Туҡтамаһын йылдар уҙған һайын,
Һеҙҙең бәхет барһын гел артып.
Тормош дилбегәһен ныҡлы тотоп,
Шатлыҡ-ҡыуаныстар килһен һеҙгә.
Күркәм булһын һәр бер көнөгөҙ!
Диана Сәйфуллина (Искәндәрова).