Ошо көндәрҙә район үҙәгендә “Бала саҡтың изге юлы” тип исемләнгән “Шаяндар һәм отҡорҙар клубы” конкурсы ойошторолдо. Сара юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының 85 йыллығы уңайынан үтте. Шуға ла бәйгенең төп маҡсаты – балалар һәм ололар араһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкәртеү һәм пропагандалау булды.
КВН-да Абҙан (“Юл патруле”), 1-се Архангел (“Йәшлек”), Ҡыҙыл Еҙем (“Юл ералашы) һәм Тирәкле (“Ҡағиҙәләр ауылы”) мәктәптәренән йыйылма командалар үҙ-ара көс һынашты. Улар “Йәштәр хәүефһеҙ хәрәкәт өсөн” сәләмләү конкурсынан тыш, капитандар араһында “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләр ритмы”, “Хәүефһеҙ республика – хәүефһеҙ юлдар” фристайлында һәм “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге – ғүмер нигеҙе” видеороликтар араһында еңеүсене билдәләне. Мәртәбәле жюри ағзалары исемлегенә мәғариф бүлегең баш инспекторы Н.А.Куркова, райондың ЮХХДИ бүлеге начальнигы И.Т.Шәрифуллин, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор Е.А.Чернов, ошо өлкәлә хеҙмәт итеүсе ветеран Радик Юлдашев инде.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса 1-се Архангел – беренсе, Тирәкле – икенсе һәм Ҡыҙыл Еҙем мәктәбе уҡыусылары өсөнсө урынға лайыҡ булды. Шулай уҡ абҙандар “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иң яҡшы юл белеүселәр” номинацияһында билдәләнде.