Документҡа ярашлы, яҙғы ташҡынға ҡаршы комиссияның яңы исемлеге раҫланды. Уның рәйесе итеп район хакимиәте башлығы урынбаҫары Семен Дунаев тәғәйенләнде. Шулай уҡ ауыл биләмәләрендә яҙғы ташҡынға ҡаршы комиссиялар төҙөү һәм авария бригадаларын булдырыу бурысы ла ҡуйылды. Бер рәттән, һыу баҫыу хәүефе тыуҙырған урындарҙы асыҡлау, махсус техниканың әҙер булыуы, кеше ғүмерен һәм мөлкәтте һаҡлап ҡалыу сараларын ойоштороу маҡсаты билдәләнде.