Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
3 Март 2021, 17:37

Белгестәр беҙгә кәрәк!

***

Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Сәйетғәлин, үҙәк район дауаханаһының баш табибы Әлфирә Сибәғәтова башҡорт дәүләт медицина университетында белем алыусы студенттар һәм ординаторҙар менән осрашыу үткәрҙе.
Һөйләшеү барышында йәштәр райондағы һаулыҡ һаҡлау системаһы, үҙәк район дауаханаһындағы эш шарттары, йәш белгестәргә ярҙам итеү ысулдары буйынса файҙалы мәғлүмәт алды.
Районға медицина өлкәһенең төрлө тармаҡтағы белгестәре һәр саҡ талап ителә. Яҡташтарыбыҙ юғары уҡыу йорттарын тамамлап, тыуған яҡтарына ҡайтып, хеҙмәт юлын башларҙар тигән өмөттәбеҙ.
Читайте нас в