Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Март 2021, 18:30

Ғаилә — ул йылы усаҡ

Яңы Шишмә ауылында тормош көткән Альбина һәм Рөстәм Сәлиховтар өлгөлө ғаиләләрҙән һанала.

2005 йылда Шафран (Әлшәй районы) һөнәрселек училищеһында уҡып йөрөгәндә Альбина Яңы Шишмә ауылына практика үтергә ҡайта. Рөстәм студент ҡыҙҙы тәү күреүҙән оҡшата һәм уның артынан бер тотам ҡалмай йөрөй башлай. Егет кешенең итәғәтле, тыйнаҡ һәм шул уҡ ваҡытта ныҡыш булыуы уның йөрәген әсир итә.
Практикаһы тамамланғас, гүзәл зат йүнәлтмә буйынса Әлшәйгә эшкә китергә мәжбүр була. Айырылышыу йәштәрҙең һөйөү хистәрен тағы ла көсәйтә. Улар көн һайын сәғәттәр буйы телефондан аралашып, осрашыу мәлдәрен көтә. 2007 йыл Яңы йыл байрамын бергә ҡаршылағанда егет: “Киләһе йылда туй эшләйек”, — тип шаярта. Йор һүҙ ысынбарлыҡҡа әйләнә — апрелдә йәштәр никах уҡыта, июнь айында гөрләтеп туй яһайҙар.
Туйҙан һуң Сәлиховтар Яңы Шишмәлә йәшәй башлай. Йәш булһалар ҙа улар баштан уҡ үҙ ғаиләләренә ныҡлы нигеҙ һала.
— Ғаилә — ул йылы, яҡты, таҙа, тәмле аш еҫтәре сығып торған, балаларҙың шат ауаздары ишетелгән, ир менән ҡатын бер-береһен аңлап, хөрмәт итеп торған мөхәббәтле йорт, — тип һүҙ башланы Альбина Рифат ҡыҙы. — 2011 йылда үҙебеҙҙең яңы өйөбөҙҙө эшләп бөтөп керҙек. Был беҙҙең өсөн шатлыҡлы ваҡиға булды. Ирем талапсан, киң күңелле, сабыр кеше. Эштән бәхете бар, ҡулдары оҫта, аҡсаны “һә” тигәнсе таба. Үҙебеҙҙең тракторыбыҙҙа ауыл хакимиәте менән килешеү төҙөп, Яңы Шишмә һәм Яңы Һарт ауылдарында ҡышын юлдарҙы ла таҙартып тора. Ул күпселек осраҡта ҡырҙа йөрөгәнлектән, сабыйҙарҙы тәрбиәләү һәм башҡа донъя мәшәҡәттәре минең иңемдә. Хәҙер балалар ҡул аҫтына кереп баралар инде. Шуға күрә яңыраҡ эшкә лә сыҡтым әле.
Ирем ял көндәрен һәр саҡ беҙҙең менән үткәрә: тәбиғәт ҡосағына сығабыҙ, күмәкләшеп ғаилә табыны әҙерләйбеҙ, уйындар уйнайбыҙ. Балалар аталары өсөн өҙөлөп тора. Оло ҡыҙыбыҙ Эльвина — 5-се класта, уртансыбыҙ Рәмис 3-өсөлә белем ала, ә бәләкәй ҡыҙыбыҙ Эмилияға биш йәш.
Минән йыш ҡына, матур итеп тыныс йәшәүегеҙҙең сере нимәлә, тип һорайҙар. Бында әллә ниндәй алтын ҡағиҙәләрҙе үтәү кәрәкмәй, ә бары тик бер-береңде хөрмәт итергә, яратырға, ярҙам итергә, ҡайһы саҡ өндәшмәй ҡалырға, һалҡын баш менән уйларға, сабыр булырға кәрәк тип яуап бирер инем, — тип үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты йәш ханым.
Ысынлап та, Рөстәм Ирек улы кеүек ир-уҙамандар ғына тормош иптәштәрен дә, балаларын да бәхетле итә ала. Улар яҡындарының тоғро таянысы, ышаныслы иртәгәһе, ғорурлығы ла.
Ғаилә ныҡ, татыу икән, йәмғиәт тә ныҡлы һәм көслө тип әйтеп була. Һәр кешенең ҡайтып һыйынырлыҡ йылы усағы, тынысланып ял итер урыны булырға тейеш. Ундағы татыулыҡ ни тиклем көслө булһа, усаҡтан килгән йылылыҡ та шул тиклем сағыуыраҡ була. Сәлиховтарға килгәндә, уларҙың татыу ғаиләһенең йылыһы, нуры әллә нисә быуындарына етәсәк.
Дилара Бәҙретдинова,
Фото — ғаилә архивынан.
Читайте нас: