Инйәр
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
1 Март 2021, 12:13

Тыуған илде һаҡлаусы һөнәр бар

***

“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге тарафынан “Атайым булдыра” һәм “Тыуған илде һаҡлаусы һөнәр бар” тип исемләнгән конкурс ойошторолдо.
“Һүрәт” номинацияһында 1-4-се кластар араһында Хәйретдинова Аделина (Тирәкле), Хәбирова Ләйсән (Оҙондар) – беренсе, Хөсәйенов Айназ (Айытмәмбәт) – икенсе, Әбхәлимова Эльвира (2-се Архангел) өсөнсө урынды яуланы. 5-8-селәрҙән Юлыбаева Арина (Тирәкле), Вәлиева Диана (Ырныҡшы) – 1-се, Сафина Камила (2-се Архангел) – 2-се һәм Хисаметдинова Диана (Оҙондар) 3-сөгә лайыҡ булды. “Биҙәү-ғәмәли сәнғәт” номинацияһында балалар баҡсаһы араһында Ғафаров Илназға (“Чебурашка”) тиңдәр табылманы. 1-4-се кластарҙан Хәлилов Арслан, Саяпова Альбина – “алтын”, Черюхин Арсений – “көмөш”, Саяпов Альберт “көмөш” миҙалға лайыҡ булды, улар барыһы ла 2-се Архангел мәктәбендә уҡый.
“Атайым булдыра” номинацияһында Шаһиев Арслан (Баҡалды) менән Сурағолова Сабина (2-се Архангел) 1-4-се кластар араһында иң яҡшылар иҫәбенә инде. 5-10-сы кластарҙан Разяпов Роман (Ырныҡшы), Кряжев Виктор (2-се Архангел) һәм Бүләкҡолов Ильяс (2-се Архангел) алдынғылар булды.
“Быуындар бәйләнеше” номинацияһында балалар баҡсаһы араһында Хисмәтуллина Айзиләнең (“Әкиәт”), 1-4-се кластарҙар Киселева Полинаның (2-се Архангел), 5-10-сы кластарҙан Баһауетдинова Айлинаның (Тирәкле) эштәре юғары баһаланды.
“Буласаҡ һаҡсы” номинацияһында – Әбхәлимов Эльвир (2-се Архангел), “Минең атайым – минең герой” номинацияһында Сурағолова Мелина (“Әкиәт”) менән Желтов Илья (2-се Архангел) еңеүсе исеменә инде.
Фәрзәнә Хәсәнова,
“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгенең директор вазифаһын башҡарыусы.
Читайте нас в