Инйәр
+9 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Февраль 2021, 14:33

Беҙҙең спортсылар биш өҫтәмә патрон файҙаланды

***

Словенияла - Поклюкала уҙған биатлон буйынса донъя чемпионатында ир-егеттәр эстафетаһында Рәсәй йыйылма командаһы өсөнсө урын яуланы. Был юлы Норвения йыйылма командаһы – беренсе, Швеция икенсе урын алды.
Рәсәй командаһы өсөн Сәид Кәримулла Хәлили, Матвей Елисеев, Александр Логинов һәм Эдуард Латипов йүгерҙе. Беҙҙең спортсылар биш өҫтәмә патрон файҙаланды. Эдуард Латипов һуңғы этапта булды, был юлы ла яҡташыбыҙ команданы призлы урынға сығарыуға тос өлөш индерҙе.
“Беҙҙең өсөн һәр бер награда – ул еңеү. Фиништан һуң миңә уҙыштан тынысланырға ваҡыт талап ителде. Хис-тойғоларҙы шунан һуң ғына тойҙом. Ун минуттан һуң. Һуңғы арауыҡты уҙғанда үҙ-үҙем менән көрәштем, түҙергә һәм өлгәшелгәнде һаҡлап ҡалырға кәрәк ине. Бөгөн үҙемде насар тойҙом. Уҙыш бик ауыр булды”, – тип уртаҡлашты Эдуард.
Спорт арбитраж судының ҡарарына бәйле, Рәсәй спортсылары Словенияла RBU (Russian Biathlon Union) исеме һәм Рәсәй Биатлосылары союзы флагы аҫтында сығыш яһай. Шулай булһа ла, беҙҙең спортсылар төшөнкөлөккә бирелмәй, биатлон майҙанында көрәште дауам итә. Афарин, егеттәр!
Читайте нас в