Инйәр
-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Февраль 2021, 11:26

“Ваҡыт машинаһы”

Ваҡыт буйлап сәйәхәт итеү мөмкинлеге булһа, ҡайһы заманға барырға, кемдәр менән осрашырға теләр инегеҙ?

Бик йыш кешеләрҙең “Эх, үткәндәрҙе кире ҡайтарып булһа…” тип үкенес ҡатыш һағыныуҙарын ишетергә мөмкин. Ысынлап та, әгәр ваҡыт машинаһы аша үткәндәргә ҡайтыу мөмкинлеге булһа ҡайһы ваҡытҡа, нимәләргә ҡайтыр инек?
Әлфирә Ноғаманова, Ҡыҙғы ауылы:
— 1980 йылдарҙы кире ҡайтарыр инем. Тап 80-се йылдарҙа илебеҙҙең һәр яҡлап та алға киткән, совет кешеләренең тыныс тормошто ныҡлап тойоп, ең һыҙғанып эшләп, эш ерҙәренән фатирҙар алып, бушлай ял йорттарында сәләмәтлектәрен нығытып, иртәгәһе көнгә ышаныслы аҙымдар менән атлаған сағы.
Миңә лә ошо осорҙа Өфө ҡалаһының 1-се медицина училищеһын тамамлап, районыбыҙҙа эш башлау бәхете тейҙе. Ҡулына яңы диплом алған йәш белгесте ул ваҡыттағы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Әхмәтгәрәев Рәхим Гәрәй улы янғын һүндереү машинаһына тейәп, Уҫаҡлы ауылына фельдшер итеп тә ебәрҙе. Тәүге эш көндәрем, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, дауалау алымдарын төҙөү һаман хәтерҙә. Эш хаҡы 60 һум ғына булһа ла аҙыҡ-түлек, кейем-һалым алырға ла, хатта һалып ҡуйырға ла етә торғайны. Магазиндар бөгөнгөләй бай булмаһа ла бөтә ризыҡ ГОСТ талаптарына тап килде. Халыҡтың сәләмәтлеге лә яҡшыраҡ, күңеле лә киң, йомарт, үҙ-ара дуҫ ине. Ябай йәшәнек, ләкин бәхетле булдыҡ.
Бына шул мәлдәрҙе һағынам.
Рәйлә Зәйетҡолова, Оҙондар ауылы:
— Бик сетерекле һорау. Уйланырға, һағыштарға бирелергә дусар итә. Бер һүҙһеҙ, йәшлегемә ҡайтыр инем. Миңә 1982-1985 йылдарҙа Өфө ҡалаһының “Фантазия” тип аталған кейем тегеү ательеһында тегенсе булып эшләргә тура килде. Бригадабыҙ бик дуҫ, берҙәм булды. Бына шунда бергә гөр килеп хеҙмәт иткән ҡыҙҙар менән бер осрашыр инем.
Тырышып, пландарҙы арттырып үтәй торғайныҡ. Буш ваҡыттарыбыҙҙа киноларға, китапханаларға, театрҙарға йөрөнөк. Ҡырҙан килгән ҡыҙҙар менән дөйөм ятаҡта (“КОНДИ” фабрикаһы эргәһендә) йәшәнек. Эш хаҡыбыҙ кейем-һалымға ла, ашарға ла, ауылға ебәрергә лә етә ине бит.
Беҙ йәш саҡта уҡырға инеүе лә, эшкә урынлашыуы ла, өйләнгәндәргә торлаҡ табыуы ла бөгөнгө һымаҡ ҙур мәсьәлә булманы. Эшләнек тә, ял да иттек, хөкүмәт ярҙамы ла күрһәтелеп торҙо.
Ғайса Абдуллин, Убалар ауылы:
— Совет осорон кире ҡайтарыр инем. Артыҡ зауыҡ менән йәшәмәһәк тә, ул ваҡытта ауылдарҙа колхоз, совхоздар, ҡалаларҙа завод, фабрикалар гөрләп эшләне. Максим Горький колхозын ғына миҫалға алғанда: бында һөтсөлөк, сусҡасылыҡ, тауыҡ фермалары, колбаса, май етештереү цехтары һәм башҡа хеҙмәт урындары туп-тулы булды. Убалар ауылында ла Мағаш тара цехында өс бригада икешәр сменалап урман сығарҙы. Ир-егеттәр эш эҙләп ситтә йөрөмәне. Һәр ғаилә ең һыҙғанып тыуған ерендә тир түкте. Балаларын да тәрбиәләне, үҙ донъяһын күтәрергә лә өлгөрҙө. Ә бөгөн бит хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа вахта ысулы менән эшләргә мәжбүр.
Шунан тағы студент саҡтарымды һағынам. Курсташтарым менән осрашып, күңелем туйғансы аралашҡы килә. Мин 1981—1986 йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәни ағартыу училищеһында белем алдым. Бик дәртле, әүҙем, берҙәм егет-ҡыҙҙар менән уҡыным. Беҙҙең йәшлек ябай, эскерһеҙ һәм шул уҡ ваҡытта дыуамал булды. Бөгөнгө йәштәрҙең тормошон күңелһеҙ тип әйтмәйем. Улар хәҙер бигерәк аҡыллылар, алдынғы ҡарашлылар.
Ғөмүмән, 80-се йылдарҙы һағынам.
Дилара Бәҙретдинова яҙып алды.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: