Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Февраль 2021, 13:38

“Телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр”

21 февраль — һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Тел — халыҡтың матди һәм рухи байлығына асҡыс, тарихи үткән менән киләсәкте бәйләр күпер.

Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Оҙондар мәктәбендә 20 йылдан артыҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән, балаларҙың йөрәгендә туған телгә, тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләгән Әлфирә Бәхтигәрәй ҡыҙы Әйүпова менән Фәймә Хажинур ҡыҙы Юламанова эшенә мөккибән киткән, телде үҫтереүгә бөтә көсөн һалған мөғәллимдәр, туған телебеҙҙең ышаныслы һаҡсылары тип әйтһәк тә була.
Мәртәбәле байрам алдынан Оҙондар мәктәбе директоры, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Бәхтигәрәй ҡыҙы Әйүпова менән телефон аша бәйләнешкә индек.
— Әлфирә Бәхтигәрәй ҡыҙы, һеҙҙе Халыҡ-ара туған тел көнө менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Байтаҡ йылдар туған тел уҡытыусыһы булып эшләйһегеҙ. Башҡорт теле дәрестәренең шәхес тәрбиәләүҙәге роле тураһында нимәләр әйтер инегеҙ?
— Белем усаҡтарындағы һәр ябай дәрес аша бала донъяны танып белә. Бигерәк тә, был юҫыҡта башҡорт теле уҡытыусылары иңенә ҙур яуаплылыҡ һалына. Башҡорт теле уҡытыусыһы, иң тәү сиратта туған телебеҙгә һөйөү тәрбиләй, баланың күңелендә уға ҡыҙыҡһыныу уята. Бигерәк тә бөгөн, сөнки үҙебеҙ күрәбеҙ хатта башҡорт ауылдарында, ата-әсәһе башҡорт булған ғаиләләрҙә лә балалар рус телендә аралаша, үҙ телдәрен белмәгән балалар йылдан-йыл күбәйә. Элек сабый мәктәпкә туған телендә һөйләшеп килһә, хәҙер ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ әсә телен нигеҙҙән башлап өйрәтергә мәжбүрбеҙ. Шуға күрә тел уҡытыусылары һаҡ, сабыр, хәстәрлекле һәм бала йөрәгенә дөрөҫ юл таба белергә тейеш. Дәрестәребеҙҙә тыуған еребеҙ, халҡыбыҙ, телебеҙ тураһында мәғлүмәттәрҙе ҡыҙыҡлы ысулдар менән еткереп, илһөйәр, мыһырбанлы, башҡорт рухлы шәхес үҫтереү, киләсәк быуынға телебеҙҙең матурлығын еткереү төп бурысыбыҙ.
— Һуңғы йылдарҙа башҡорт теленең яҙмышы…
Башҡорт теленең бәҫен күтәреү, әһәмиәтен арттырыу – беҙҙең иңдә. Тел бер милләткә генә ҡағылған күренеш түгел. Ул – барлыҡ ижтимағи йәмәғәт өсөн кәрәк. Туған телен белмәгән кеше илһеҙ, ерһеҙ ҡалыуы ихтимал. Башҡорт теленең бөтә барған телдәр иҫәбенә индерелеүен бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Телде һаҡларға, халҡыбыҙҙы яҡларға кәрәк, тип ҙур һүҙҙәр һөйләйбеҙ, тик улар ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын, ә ысынбарлыҡҡа ашһын ине. Шуның өсөн дә балалар, йәштәр телебеҙҙе белергә, артабан үҫтерергә тейеш.
Һуңғы арала башҡорт теленең яҙмышы иғтибар үҙәгендә. Уның тураһында төрлө фекерҙәр ҙә ишетергә тура килде. Туған телде өйрәнеү менән бер рәттән башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу мәсьәләһе лә ситтә ҡалмай. Башҡорт телен уҡытыу буйынса китаптар, белешмәләр, һүҙлектәр күбәйә башланы. Электрон дәреслектәр ҙә уҡытыусыларҙың эшен еңеләйтте. Ҡайһы ваҡыт кәрәкле мәғлүмәттәр табыуы ҡыйынлыҡ тыуҙырһа ла башҡалар менән хәбәрләшеп тороу, тәжрибәләр менән уртаҡлашыу был мәсьәләне хәл итергә ярҙам итә. Интернет селтәрендә эшләү, һәр уҡытыусының шәхси сайтын асыу һәм материалдар менән байытыу эшенең ойошторолоуы телебеҙҙең бәҫен күтәрҙе.
Телде белеү — бөгөнгө көн талабы. Ғаилә эсендә, балалар баҡсаһында, белем усаҡтарында башҡорт телен өйрәнеү буйынса эштәр киңәйтелде. Башҡорт теле ғаилә, бүлмә теле генә булып түгел, ул дәүләт кимәлендә дәрәжәле ҡалырға тейеш, тип уйлайым мин.
— Һеҙҙең мәктәптә телде үҫтереү буйынса ниндәй эштәр алып барыла?
— Иң тәү сиратта туған телде өйрәнеүҙең әһәмиәтен яҡтыртыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен сағыу, йөкмәткеле итеп үткәрергә тырышабыҙ, олимпиадаларға әҙерләнәбеҙ. Йыл һайын туған тел аҙналығын йәнле һәм бай йөкмәткеле итеп үткәрәбеҙ. Юбиляр шағир һәм яҙыусыларға арнап саралар ойоштороу, уҡыусыларҙың шәжәрәләрен өйрәнеүҙе дауам итеү, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһенә һәм башҡа район, республика конкурстарына йыл әйләнәһендә әҙерлек алып барыу төп бурыстарыбыҙҙан һанала. Шулай уҡ кабинеттарҙа эште йәнләндереү, программа, методик, дидактик материалдар менән йыһазландырыу, кластан тыш эштәрҙе ойоштороу, һәләтле балалар менән эшләү, асыҡ дәрестәр биреү, тәжрибә уртаҡлашыу, ваҡытлы матбуғат менән бәйләнеш тотоу, дәрестәрҙә киң мәғлүмәт сараларын ҡулланыу һәм башҡаларҙы ойоштороуға етди ҡарайбыҙ. Семинарҙарҙа, педагогик кәңәшмәләрҙә ҡатнашып торабыҙ, ата-әсәләр йыйылыштары үткәрәбеҙ. Мәктәптә үткән байрамдарҙа уҡыусыларҙың туған телдә аралашыуына, шиғырҙар уҡыуына, йырҙар башҡарыуына баҫым яһайбыҙ, ғөмүмән, беҙҙең мәктәптәге тамашалар күпселек башҡорт телендә уҙғарыла.
— Иң әүҙем уҡыусыларығыҙ…
— Мәктәптә бөгөн барлығы 63 уҡыусы. Оҙондарҙан тыш беҙҙә Аҙау, Айытмәмбәт ауылдарынан да балалар белем ала. Уларҙың барыһы ла мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса быйылғы уҡыу йылында Ғөбәйҙуллина Рәлиә (11-се класс) районда еңеүсе тип билдәләнде, бик тырыш, һәләтле ҡыҙ. Урманцев Марсель (6-сы класс) тураһында айырым әйтеп үткем килә. Бәләкәйҙән бик әүҙем, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып призлы урындарға лайыҡ булды. Һуңғы арала Марсель “Тамыр” балалар студияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, унда бик йыш сығыш яһай. Ул беҙҙең телейондоҙобоҙ! Был яңы шөғөлөндә уға уҡытыусы Лилиә Шәмсетдин ҡыҙы Ғәзизова ярҙам итә. Никитина Милена (8-се класс) “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә “Һомай” бейеүен башҡарып республика кимәленә сыҡты. Шулай уҡ Хөсәйенова Жанна (8-се класс), Фәйзуллин Илнар (6-сы класс), Фәйзуллин Илназ (8-се класс), Әйүпова Луиза (11-се класс) һәм башҡа уҡыусыларыбыҙ мәктәбебеҙҙең генә түгел, ә районыбыҙҙың данын яҡланы һәм башҡорт телен яҡшы белеүҙәрен раҫланы.
— Әлфирә Бәхтигәрәй ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә ижади бейеклектәр, яңы еңеүҙәр һәм һәләтле уҡыусылар теләп ҡалабыҙ.
Дилара Бәҙретдинова әңгәмәләште.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: