Инйәр
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Февраль 2021, 14:28

Тауарҙы ике аҙна эсендә кире ҡайтарырға мөмкин

Тауарҙы ике аҙна эсендә кире ҡайтарырға мөмкин,әммә бөтәһен дә түгел…

“РФ Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы Закондың 25-се статьяһы буйынса, һатып алған тауарҙы ике аҙна эсендә кире ҡайтарырға мөмкин. Был турала күптәр белә. Әммә ҡайһы бер тауарҙарҙы кире магазинға тапшырып булмағанлығын ҡулланыусылар беләме икән?
Был теҙмәгә тәү сиратта техник яҡтан ҡатмарлы тауарҙар инә. Ысынлап та, 25-се статьяла тейешле сифатлы техник яҡтан ҡатмарлы тауарҙы ҡайтарыу тыйылыуы тураһында һүҙ бара. Әгәр ҙә был тауар боҙоҡ икән, уны магазинға кире тапшырырға мөмкин. Шулай ҙа, тәү сиратта, был тауарҙар теҙмәһенә
нимәләр инеүен асыҡлап китәйек. Техник яҡтан ҡатмарлы тауарҙар исемлегенә РФ Хөкүмәтенең 924-се һанлы (10.11.2011 йыл) ҡарары менән раҫланған тауарҙар инә. Мәҫәлән, еңел самолеттар, вертолеттар, машиналар, тракторҙар, компьютерҙар, ноутбуктар, һыуытҡыстар, һанлы фотовидео камералар, кер йыуыу машиналары, телевизорҙар һ.б.
Тимәк, тейешле сифатлы техник яҡтан ҡатмарлы тауарҙар һатып алғандан 14 көнгә тиклем ҡайтарылмай, алмаштырылмай, уларҙың гарантияланған ваҡыты бар (19.01.1998 йыл, РФ Хөкүмәтенең 55- се һанлы ҡарары). Әгәр ҙә һатып алған техника 15 көн эсендә ватылды икән, һатыусынан аҡсаны кире ҡайтарырға була йәки уны шул уҡ маркалағы, йә икенсе маркалы тауарға алмаштырырға мөмкин.
Әгәр ҙә хаҡтары тап килмәһә, һатыусы уны ҡайтанан иҫәпләп, ҡалған аҡсаны һатып алыусыға ҡайтарырға тейеш. Тауар ете көн эсендә алмаштырыла, ә тауарҙың сифатына өҫтәмә тикшереү үткәргәндә – 20 көн эсендә. Аҡсаны кире ҡайтарыуҙы талап иткәндә, һатып алыусының һорауы 10 көн эсендә ҡәнәғәтләндерелергә тейеш. Ҡатмарлы техника 15 көн үткәндән һуң ватылһа, ҡулланыусы гарантиялы ремонтҡа йәки ташламаға иҫәп тота ала.
Ремонт 45 көн эсендә башҡарыла һәм техниканың етешһеҙлеге бөтөрөлөүе тураһында документ тапшырыла. Әгәр ҙә ремонт 45 көндән артып китһә йәки тауарҙа билдәле етешһеҙлектәр бар икән, ҡулланыусы тауарҙы икенсегә алмаштырыуҙы йәки аҡсаны кире ҡайтарыуҙы талап итә ала. Ҡулланыусы дәғүә белдерһә (гарантия ваҡыты дауамында), һатыусы тауарҙы кире алырға һәм кәрәк булһа, сифатын тикшерергә тейеш.
Техниканың сифаты ҡулланыусы ҡатнашлығында тикшерелә. Әммә тауарҙың сифатын тикшертергә биргәндә һатыусы тауарҙың ниндәй хәлдә булыуы тураһында акт төҙөп, ҡулланыусыға бирергә тейеш. Тикшереү барышында тауарҙың етешһеҙлектәре буйынса бәхәс тыуһа, һатыусы үҙ иҫәбенә экспертиза үткәрергә тейеш. Экспертиза үткәргәндә ҡулланыусы ла ҡатнашырға хоҡуҡлы һәм тауарҙың төҙөклөгө менән килешмәгәндә, экспертизаның һөҙөмтәһен суд аша белә ала.
Экспертиза тауарҙың етешһеҙлегенә етештереүселәр ғәйепле тип билдәләһә, һатыусы ҡулланыусының талабын үтәргә тейеш. Ә етешһеҙлек тауарҙы ҡулланғанда барлыҡҡа килһә, экспертиза үткәреүҙең сығымдарын ҡулланыусы ҡаплата. Әгәр гарантия ваҡыты үтһә йәки булмаһа (әммә һатып алғанға ике йыл үтмәһә), ҡулланыусы үҙ иҫәбенә тауарҙың сифатына экспертиза үткәрә ала. Тикшергәндән һуң етештереүсе ғәйепле тип табылһа, экспертиза өсөн сығымдарҙы етештереүсе түләй.
Үрҙә әйтеп үтелгәндәрҙе ҡәнәғәтләндереү өсөн ҡулланыусы яҙма рәүештә һатыусыға (етештереүсегә, импортерға) дәғүә белдерергә тейеш. Аныҡ талаптар менән хат ике экземплярҙа яҙыла. Әгәр ҙә хат менән дә хәл итеп булмаһа, хоҡуғыңды яҡлау өсөн дәғүә ғаризаһы менән судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Гөлназ Гәрәева,
иҡтисад бүлегенең баш белгесе.
Читайте нас: