Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Февраль 2021, 12:04

“Хәрби хеҙмәт — ир-егеттең мөҡәддәс бурысы”,

“Хәрби хеҙмәт — ир-егеттең мөҡәддәс бурысы”, — ти ике һалдат әсәһе Рәғиҙә Ташбулатова.

Улдар үҫтереп, матур тәрбиә биргән, уларҙы уҡытҡан әсәләр ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ, бигерәк тә балаларын бер үҙҙәре оло тормошҡа аяҡ баҫтырғандар. Уңған ҡатын ул табыр, наҙлы ҡатын ҡыҙ табып, ти халыҡ мәҡәле. Тәүәкәс ауылында тыуып, ғүмерен тыуған ауылы менән бәйләгән Рәғиҙә Мирсаяф ҡыҙы Ташбулатова уңған да, наҙлы ла, сөнки уның һыу һөлөгөндәй матур ҡыҙҙары ла, ыласындай сая, зирәк улдары ла бар.
— Тормош — шатландырып та, ҡайғыртып та, йылындырып та, өшөтөп тә ала торған ысынбарлыҡ. Унда яҡшыһы менән яманы, изгелек менән насарлыҡ йәнәш кенә йөрөй, ҡайһы саҡта аҡ менән ҡараны тиҙ генә айырып алырмын да тимә. Минең яҙмышымда төрлө саҡтар булды. Ә шулай ҙа мин уға рәхмәтлемен, сөнки йәшәүемдең мәғәнәһе — балаларым бар.
Төп таянысым, ышанысым — оло улым Айбулат. Бәләкәйҙән нескә күңелле, төплө фекерле, етди булды ул. Тәүәкәс мәктәбендә биш йыл уҡығандан һуң, ҡайҙандыр Нефтекама ҡалаһында кадет корпусының асыласағын ишетеп, шунда уҡырға барам, хәрби булғым килә тип ай-вайына ҡуймай еңешеп, 6-сы класҡа Нефтекама ҡалаһының 2-се һанлы мәктәп-интернатына документтарын тапшырттырҙы. Кадет корпусына эләкмәһәк тә яңы мөхиттә улымдың яңы мөмкинлектәре, һәләттәре асылды. Ул башҡорт теле, биология, физкультура дәрестәренән юғары һөҙөмтәләр күрһәтте, башҡа фәндәрҙән дә тик яҡшы билдәләргә өлгәште. Интернат директорынан йыл да Рәхмәт хаттарын алып тороу, Айбулаттың Маҡтау ҡағыҙҙарын, яҡшы билдәләр менән тулы көндәлектәре, класс етәксеһе менән аралашҡан саҡта балам тураһында тик ыңғай һүҙҙәр генә ишетеү улым өсөн ғорурлығымды арттырҙы. Шул мәлдәрҙә: “Эй, Хоҙайым, рәхмәт!” — тип, башҡа сабыйҙарымдың да тәүфиҡлы, тәртипле, сәләмәт булыуҙарын теләнем.
Урта белем алғандан һуң, 2010 йылда улым Өфөнөң 129-сы колледжына сварщик һөнәренә уҡырға инде. 2013 йылда диплом алып ҡына өлгөргән ине, хәрби хеҙмәткә саҡыртылды. Башта Мәскәү эргәһендә ярты йыл хәрби уҡыуҙарҙа булды, артабан Мурманск ҡалаһында ракета ғәскәрҙәренә күсерелде. Бер йылдан контракт нигеҙендә хеҙмәт итергә ҡалды. Башта ике, ә аҙаҡ дүрт йылға тиклем оҙайтты. Хәҙер 8 йыл шулай тир түгә минең улым. Контракт буйынса тәүге хеҙмәте 2014 йылда Украинала башланды. Ул саҡта элекке туғандаш илебеҙҙә сыуалыштар мәле ине бит. Бына шунда тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнашты ла инде ул. Алты айҙан миҙалдар тағып ҡайтты. 2017 йылда Сирияға ебәрҙеләр. Ярты йылға тип юлланғайны, 8 ай тигәндә саҡ тыуған еренә аяҡ баҫты. Йөрәккәйем бөттө уны көтөп, һаулығым да шул ваҡытта ныҡ ҡаҡшаны. Көн һайын ятһам да, торһам да уны ғына уйлап, Хоҙайҙан улымдың имен-аман йөрөп ҡайтыуын һораным. Баҡтиһәң, яраланып, хәрби госпиталдә лә ятҡан икән, ә миңә ул турала бер һүҙ өндәшмәне. Ғөмүмән, хеҙмәте тураһында һөйләргә яратмай, мин дә ныҡышмайым.
Бөгөн Айбулат өлкән сержант дәрәжәһендә. Мурманск ҡалаһында төпләнеп ҡалды, фатир алды, киленем Гәүһәр менән Сарьян исемле ул үҫтерәләр. Дин юлына ныҡлап баҫты. Телефондан бик йыш шылтыратып тора, күңелебеҙ туйғансы сәғәттәр буйы һөйләшәбеҙ. Инәй, туғандарым, тип өҙөлөп тора бит балаҡайым. Хәленән килгәнсе ярҙам итә. Берәй мәсьәлә килеп сыҡһа, иң беренсе уның менән кәңәшләшәм. Энеләре лә: “Ағайыбыҙ нимә тиер икән?” — тип кенә торалар.
Алмаз туғанын да ла контракт буйынса хеҙмәт итергә ҡалырға өгөтләне. Ауылда эш юҡ, нисек артабан йәшәргә итәһең, тип туғанын да үҙ юлына баҫтырҙы. Әйткәндәй, Алмаз 2019 йылда һалдат бурысын үтәргә киткән ине. Смоленск ҡалаһында ракета ғәскәрҙәренә эләкте. Ул да үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтте. Командирынан тик рәхмәт һүҙҙәрен генә ишеттем.
Быйыл йылға флоты техникумын тамамлаясаҡ Алфред улым да армияға барам тип тора. Ағалары уның өсөн яҡшы өлгө. Күптәр хәрби хеҙмәттән баш тартҡанда улдарымдың Тыуған илебеҙ алдында изге бурыстарын намыҫлы үтәргә әҙер булыуҙары үҙе бер ғорурлыҡ, тип һанайым.
Әле генә бәләкәй малайҙарыбыҙ үҫеп, ир ҡорона етһәләр ҙә улар әсәләр өсөн һәр саҡ бәләкәй сабый булып ҡала. Шуға ла һалдатҡа оҙатҡан саҡта йөрәктәребеҙ өҙөлә, иҫән генә йөрөһөндәр тип доғалар уҡыйбыҙ, изге теләктәр теләйбеҙ.
Хәрби бурыстарын үтәгән улдарыбыҙ сит ерҙәрҙә булһалар ҙа тыуған йорттарының, ғәзиз әсәләренең йылыһын тойһон, ә әсәләрҙең күҙ йәштәре түгелмәһен. Һуғыш, михнәт бер ваҡытта ла булмаһын. Балаларыбыҙ иҫән-һау хеҙмәт итһен, — тип улдары хаҡында һөйләп үтте ике һалдат әсәһе Рәғиҙә Мирсаяф ҡыҙы.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — ғаилә архивынан.
Читайте нас: