Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Февраль 2021, 17:19

“Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ…”

Ошо күңелле, дәртле йырҙы балалар ғына түгел, хатта ололар ҙа яратып тыңлай.

Тыңламаҫлыҡмы ни ҙә, йырламаҫлыҡмы ни?! Уның сихри көсө саф һауаға сығырға, саңғыла йөрөргә, шыуырға саҡырғандай, беҙҙе илаһи тәбиғәт ҡосағына әйҙәгәндәй. Ҡыштың ошо гүзәл мәлендә беҙ, “Мираҫ” төркөмө ағзалары Р. Йәнешева, З.Абдуллина, Р.Юлъяҡшина, Ф.Хәбибуллина, почтальоныбыҙ С.Мөхәмәтйәнова тәүге ҡар төшөү менән үҙебеҙҙең саңғы эҙҙәрен һала башланыҡ һәм скандинав таяҡтары менән йөрәүгә бер аҙға ял бирҙек. Саңғы юлын урман ҡырынан һалдыҡ, артабан урман эсенә тиклем оҙайттыҡ.
Беҙҙең тирә-яҡтағы тәбиғәттең ошо мәлдәге хозурлығын күрһәгеҙ ине! Йәй көндәре еләк-емеше менән туйындырһа, ҡышын — үҙе бер мөғжизә.
Урман тып-тын. Ерем, сабый бала төҫлө, иҙрәп йоҡлай. Ошо тынлыҡты боҙоп, урманға килеп керәбеҙ.
— Һаумы урман, һаумыһығыҙ шыршыҡайҙар — тип сәләм бирәбеҙ.
Теҙелеп киткән мәңге йәшел шыршы-ҡарағайҙар, зифа ҡайындар, ҡупшы йүкәләр, мөһабәт имәндәр ҡаршы ала саңғысыларҙы. Ағас ботаҡтарына ятҡан аҡ мамыҡ ҡарҙар төрлө йәнлек һындарын хәтерләтә, әйтерһең, тейен сәтләүек яра, төпһәләрендәгеләре боҫоп ултырған ҡуянға оҡшаған, хатта аҡ айыуҙар ҙа осрап ҡуя.
Ошо матурлыҡҡа һоҡланып, бер-бер артлы саңғы юлдарынан урап сығабыҙ. Рәхәтләнеп хәрәкәт итеү, урман һауаһын һулау, матурлыҡҡа хайран ҡалыу барыбыҙҙың да сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай. Юҡҡа ғына “Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух”, “Хәрәкәттә — бәрәкәт” тип әйтмәгәндәр. Гүзәл ханымдарға бындай сәйәхәт бик оҡшай, шуға күрә улар донъя мәшәҡәттәренән бушап, ваҡыт табып саф һауаға ашыға. Бер тапҡыр сығып ҡарағандар был шөғөлдө артабан да дауам итә. Саңғыла йөрөргә яратыусылар, спортты хуплаусылар рәте ишәйер тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Әйҙәгеҙ, бергәләп әүҙем сәләмәт тормош рәүешен алып барайыҡ. Һаулығыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа, уға битараф булмайыҡ. Хоҙай Тәғәлә бүләк итеп биргән ғүмеребеҙҙең ҡәҙерен беләйек. Саңғыларҙы, скандинав таяҡтарҙы алып:
— Әйҙә, сығайыҡ, сығайыҡ,
Юлдар ярайыҡ, ярайыҡ.
Биттәр ал булыр, ал булыр,
Яҡшы ял булыр, ял булыр.
Әлмира Юламанова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Убалар ауылы.
Читайте нас: