32 йыл элек, алыҫ 1989 йылда, тап был көндө совет ғәскәрҙәренең һуңғы колоннаһы Афғанстандан сыҡты. Ҡеүәтле Советтар Союзы өсөн туғыҙ йылға һуҙылған һуғыш бөттө, унда 15 меңдән ашыу һалдаттың ғүмере өҙөлдө. Улар араһында ҡыҙғанысҡа күрә өс яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Бына улар мәңге онотолмаған яугриҙар: У.М.Әхмәтов (Айытмәмбәт ауылы), Р.Ф.Сәйфуллин (Баҡалды) һәм Г.А.Еремин (Ырныҡшы).
Халыҡ хәтере иҫән булһын өсөн юбилей даталарҙы барлауҙан бигерәк, ошо ут эсенә ингән, ете ят ерҙә ғүмерҙәре өҙөлгән йәп-йәш егеттәребеҙҙе онотмау, уларҙың яҡындары кисергәнде аңлау мөһим – был замандаштар, яҡташтар бурысы.
15 февраль Архангелдә ошо хәрби хәрәкәт ветерандары менән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Сара яугир-интернационалистарҙың Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарҙың һәйкәленә сәскә һалыуы менән башланды. Бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителгәндән һуң, сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Сәйетғәлин, Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса хәрби комиссариат начальнигы урынбаҫары С.А.Симонов сәләмләне.
– Бына 32 йыл беҙ үҙ хәрби һәм гражданлыҡ бурысын намыҫлы, батырҙарса үтәгән яугирҙәребеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ, уларҙы ысын күңелдән ихтирам итәбеҙ һәм һәләк булғандарҙы һағыш менән иҫкә алабыҙ. Афған һуғышы бер ҡасан да беҙҙең хәтеребеҙҙән юйылмаясаҡ, ул ил тарихында ныҡлыҡ символы булып ҡаласаҡ.
Ҡыйыулығығыҙ, батырлығығыҙ, ҡаһарманлығығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә! Барығыҙға ла ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы һәм именлек теләйем. Бөгөн, һеҙ, йәш быуынға өлгө булып тораһығыҙ, Тыуған илгә һөйөү һәм яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләйһегеҙ, - тине Айрат Закир улы.
Түңәрәк өҫтәлдә район пенсия идаралығының баш белгес-эксперт Л.Н.Гущина, үҙәк район дауаханаһы табип-терапевты В.Х.Мостафина, БР Юристар ассоциацияһы юрисы В.В.Жаворонков ҡатнашты. Улар үҙҙәреең йүнәлештәре буйынса файҙалы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты. Осрашыу барышында хәрби хәрәкәт ветерандары үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе.
Был көн утты-һыуҙы бергә кискән Афған һуғышы ветерандары өсөн күптәнге дуҫтарҙы, таныштарҙы күреп, хәл-әхүәл белешеү, үткәндәрҙе иҫкә алыу мөмкинлеге лә булды. Һуңынан афғансылар төркөмдәргә бүленеп, ошо һуғышта һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ҡәберлектәренә барып сәскә гөлләмәләрен һалды.