Йөҙө балҡып өйгә ҡайтып инә,
Донъя балҡып китә ялт итеп.
Ул булғанда йәнем күккә оса,
Ысынлап та шулай һағынамы,
Ауырыуҙарым һыпырып ташлағандай
Иҙрәй, рәхәтләнәм шул саҡта.
Биш бармаҡтың береһе тигеҙ түгел —
Шулай төрлө икән балалар.
Берәүҙәре “эш” тип үлеп бара,
Ҡырҙағылар шулай һағынамы икән
Нисек барайым һуң янығыҙға
Бик һағындым, килә күрәһем.
Ҡулдан эш тә, тәндән көс тә киткән
Аяҡтар саҡ йөрөй тәнтерәп,
Һеҙҙе көтәм, өҙөлөп, зарығып көтәм,
Һеҙгә генә торам йән терәп.
Бер минут та тик ултырмай,
Сәскәләрҙең, бөжәктәрҙең телен белә, күрәһең.
Мәскәүҙән ейәнем ҡайтҡан —
Байрам төҫө керҙе йортҡа —
Ҡотло булһын тыуған көнөң
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Һикһән биш йәш һиңә бөгөн.
Төрлө саҡтар булғандыр бит,
Көс, ғәйрәт беҙҙән дә китте,
Парлы булыуҙарға ни етә?!
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Йәшәүҙән һуң кем туйған?!
“Оло өйгә ни кәрәк — кесе өйгә лә шул кәрәк”
Ниндәй тилбер ҡыҙ булһам да
Ҡәйнә тупһаһында — килен,
Дәфтәр ҡайта. Дәрес ҡарау
Остом, саптым, йоҡламаным —
Ҡәйнә мәрхүм, үлеп китте.
Мине һағынып, зарығып бөтә.
Ҡартлыҡтан да берәй дарыу
Бер һөйөклө, бик һөйкөмлө бала булдың,
Мәшәҡәттәр тыуҙырманың үҫкән сағыңда.
Ҙур ғорурлыҡ тойоп йәшәп,
Ҡыуаныстар кисерәмен, балам, һинең яныңда.
Ел-ямғырҙан гелән ҡурсаланыҡ,
Ҡар- бурандар сығып өшөтмәһен.
Ҡыштың гүзәл, аяҙ йылы көнөн
Ғүмеркәйең, балам, оҙон булһын
Һөйгән йәрең мәңге тоғро булһын
Һөйөндөрөп кенә торһон ғүмер иткәндә.
Мөлдөрәмә тулып торһон бәхеткәйең
Ыңғай ғына барһын эшләр бар эштәрең
Изгелекле, мәрхәмәтле булып үҫһен
Һөйөп кенә баҡҡан ғүмер емештәрең.
Һәр бер таныш киткән һайын
“Киләһе йән мин түгелме?” —
Һәр бер өйҙән бишәр бала.
педагогик хеҙмәт ветераны.