Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
16 Февраль 2021, 17:26

Мәңгелек мөхәббәт

Баҫыу йылғаһы ғүмер буйы аҡҡан, күпте күргән, күпте кисергән йылға.

Тирәкле ауылының нисәмә быуын кешеләре уның һыуын эскән, яр буйҙарында уйнап, ҡойоноп буй еткергән, донъя көткән. Ә күпме һөйгән йәрҙәрҙең серҙәренә шаһит булған ул. Шуғалыр ҙа тирәклеләрҙең күңелдәре Баҫыу йылғаһылай саф, ә яҙмыштары уның кеүек бормалы.
Фатима Әхмәҙулла ҡыҙы менән Шәмсетдин Хөсәйен улы Фәйрүзовтар йыл башында ғүмерҙәренең иң күркәм, сағыу миҙгелдәренә аяҡ баҫты. Уларҙың ғаилә ҡороуҙарына 50 йыл тулған. 50 йыл — ярты быуат, әйтеүе генә анһат, ә уйлап ҡараһаң, был бит 50 ҡыш, 50 яҙ, 50 йәй һәм 50 көҙ!
Ғаилә башлығы Шәмсетдин ағай тыумышы менән Ҡурғаш ауылыныҡы. Ул Шәрғиә һәм Хөсәйен Фәйрүзовтарҙың ишле ғаиләһендә 1946 йылда бишенсе бала булып донъяға килә. Атаһы ғүмер буйы урманда тир түгә. Әсәһе алты бала тәрбиәләй, көнө буйы йорт, ихата мәшәҡәттәренән бушамай. Ағалары, апалары кеүек Шәмсетдин дә бик иртә эшкә егелә. Үҙ тиҫтерҙәре менән өйҙә лә, колхозда ла ололарҙан ҡалышмай бил бөгә.
Башланғыс класты Тирәкле мәктәбендә тамамлағандан һуң, Баҡалдыла етегә тиклем уҡый. Бер аҙҙан Силәбе ҡалаһында шоферҙар курсын тамамлай. Совет осороноң яңы тормош төҙөүҙә иң әүҙем ваҡыты. Олоһо ла, йәштәр ҙә ҡайҙа ҡушалар шунда дәртләнеп, ең һыҙғанып эшләп йөрөй. Йәш егетте лә ҡайтыуы менән Архангел леспромхозына саҡыртып алалар. Шулай итеп уның хеҙмәт юлы башлана.
— Минең хеҙмәт “кенәгәһе”ндә ике генә яҙыу тора: эшкә алынған һәм хаҡлы ялға сыҡҡан тигән, — тип документтарын күрһәтте ил ағаһы. Ысынлап та, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, таныҡлыҡтар араһындағы хеҙмәт китабын асып ҡараһаң, ике генә яҙыу. 40 йылға яҡын ағайыбыҙ леспромхоздың иң тоғро, намыҫлы, сыҙамлы эшсеһе булып һаналған. Ул “ЗиЛ”, “КрАЗ” йөк машиналары менән ҡуйы урмандар эсенән, һикәлтәле юллы бейек тауҙарҙан, хатта бөтөнләй юлдар һалынмаған ерҙәрҙән йыл әйләнәһендә буранмы, ямғырмы, бысраҡмы, сатлама һыуыҡмы тип тормай ағас ташый.
— Эшләгән саҡта төрлө хәлдәр булды. Ағас күп. Уны ҡырҡыу, тейәү, сығарыу, ташыу — барыһы ла ябай кешенең көсө менән башҡарылды. Ул ваҡытта алға киткән техникалар бигүк юҡ. Ярай әле леспромхоз бай ойошма ине, шуға күрә йөк машиналары бер сама булды, эшселәрен дә яҡшы ҡараны.
Бер мәл “ЗиЛ-157” менән Убаларҙан ҡайтып киләм. Ҡыш, күҙ асҡыһыҙ буран, юлда бер нимә лә күренмәй, үҙе һыуыҡ. Килә торғас машинам юлдан ситкә төшөп китте. Ни алға, ни артҡа сығып булмай. Бер үҙемдең генә м етмәйәсәген аңлап, машинамдың һыуын түгеп, бикләп йәйәү яҡындағы ауылға ҡарай йүнәлдем. Буран һалған көрттәрҙе кисә-кисә килә торғас, Максим Горькийға барып сыҡтым. Бәхеткә ҡаршы Ғәйшә менән Сәйфулла Зәйнуллиндар тигән таныштарым унда йәшәй ине. Уларҙа ҡунып, иртәгәһен ярҙамсылар килеп, йөктө урынына еткерҙем. Беҙ барғанда машинаны ҡар баҫып бөткәйне, — тип хәтирәләр йомғағын һүтте хеҙмәт ветераны.
Эшһөйәр уҙаманбер ваҡытта ла ҡыйынлыҡтарҙан, ауыр эштәрҙән ҡурҡманы, ғәҙел, тура һүҙле булды. Шуға күрә лә уға етәкселәр ҙә, хеҙмәттәштәре лә, ауылдаштары ла хөрмәт күрһәтә. 1987 йылда Шәмсетдин Хөсәйен улы “Социалистик ярышта еңеүсе” билдәһе, ә хаҡлы ялға сыҡҡанда “Хеҙмәт ветераны” миҙалы менән бүләкләнә.
Тормош иптәше Фатима Әхмәҙулла ҡыҙы 1949 йылда Тирәклелә тыуа. Тыуған ауылында 8-се класҡа тиклем уҡығандан һуң, белемен Абҙан мәктәбендә дауам итә. Өлгөргәнлек аттестатын ҡулына алғас, Өфө китапхана техникумына документтарын тапшыра. Һуңғы курсты бөткән йылдың йәйендә Дәүләкәндән әхирәте ҡунаҡҡа килә. Ҡыҙҙар тау башына менеп ике биҙрә еләк йыя. Бер биҙрәһен ҡунаҡ ҡыҙының әсәһенә йыуаса итеп ебәрергә булалар. Төштән һуң Фатима әхирәтен район үҙәгенә тиклем оҙатырға сыға. Улар юл ситендә транспорт көтөп торған арала бер йөк машинаһы килеп туҡтала. Һап-һары сәсле йәш кенә шофер ағай руссалап: “Вам куда?” — тип һорай. Район үҙәгенә тиклем тура барып етәсәктәренә шатланған ҡыҙҙар йәһәт кенә кабинаға инеп ултыра. “Урыҫ ағай” һылыу ҡыҙҙарға иғтибар итеп ҡуя. Килә торғас башҡортса һөйләшә башлай. Пассажирҙары аптырап китә! Фатима ни булһа ла был “ағай”ҙы әхирәте менән таныштырырға самалай. Йәштәрҙең тәүге осрашыуҙары шулай була.
Шәмбе кис Тирәкле клубында йәштәр бигерәк күп. Берәүҙәр бер мөйөштә бильярд төртә, икенселәре домино һуға, ҡыҙҙар сыр-сыу килеп нимәҙер һөйләй, ҡайһылары оялып ҡына ситтә тора. Гармунсы әллә ҡайҙарға текәлеп гармунда уйнай…
Күрше ауылдан да егеттәр килгән. Фатима уларҙың араһынан “урыҫ ағай”ҙы танып ҡала. Ни өсөндөр ҡыҙҙың бит алмалары янып китә. Шулай аңҡы-тиңке торған арала егет уның ҡаршыһына тып итеп килеп тә баҫа. Тулҡынланыуын һиҙҙертмәҫкә тырышҡан һылыу шоморт күҙҙәре менән егеткә тура ҡарай. Ҡараштар осраша һәм һөйөү осҡоно ярала. Күңелдәре аша серле тойғо йөрәк түренә үтеп инеп, илаһи орлоҡто мөхәббәт тигән ерлеккә һала.
Йәштәр 1970 йылдың 12 декабрендә никах уҡыта, ай аҙағында туй үткәрәләр.
— Ни эшләп 30, 31 декабрҙә туй эшләгәнбеҙҙер инде? — тип әңгәмәгә ҡушылды Фатима апай. — Ҡыңғыраулы дуғалары сағыу яулыҡтар, таҫтамалдар менән биҙәлгән биш атҡа кашовкалар тағып, гармундар тартып ҡоҙалар килеп төштө. Һәр ҡоҙаны ҡарау, һыйлау, күңелен күреү, йолаларҙы теүәл үтәү туйҙың төп ҡағиҙәһе ине элек. Тирә-яҡ гөрләп торҙо. Иртәгәһен туй Ҡурғашта дауам итте. Әле генә ул кемдең туйы булғанын белмәйһең. Кафеларға барып ултырып ҡайталар ҙа, шуның менән вәссәләм. 15 ғинуар Баҡалдыла никахыбыҙҙы рәсми теркәнек. Эй, ул көндө буран ҡоторҙо! Туранан, ат юлынан йәйәү барып ҡайттыҡ.
Бына шунан бирле Аллаға шөкөр, иңде-иңгә терәп йәшәп ятабыҙ. Ул леспромхозда, мин башта ауыл китапханаһында эшләнем. Бер-бер артлы балаларыбыҙ тыуҙы. Уларҙы ҡарарға ла, үҙебеҙҙең донъяны көтөргә лә кәрәк. Шәмсетдин иртән сығып китә лә, эңер төшкәс кенә ҡайтып инә. Шуға күрә тормош йөгөн күберәк үҙемә тартырға тура килде. Китапхана эшен ташлап, балалар үҫкәнсе өйҙә ултырҙым. Аҙаҡ колхозға быҙау ҡараусы булып урынлаштым. Хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда хеҙмәт иттем.
Атай кеше кәрәк саҡта уҫал да, талапсан да булды. Беҙҙе бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисертмәне. Булдыҡлы, хәстәрлекле, ышаныслы атай ҙа, тормош иптәше лә ул. Балаларыбыҙ етеш донъяла үҫте, һәр береһенә матур тәрбиә, юғары белем бирҙек. Бөгөн ҡулдан килгәнсә ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Хәлебеҙ булғанда күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Икәүләшеп ихата эштәренән бушамай, шул мәшәҡәттәрҙән йәм табып йәшәйбеҙ. Балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡайтһа көндәребеҙ тағы ла яҡтырып, нурланып китә. Уларҙы һағынып көтөп торабыҙ.
Эйе, Фатима апай менән Шәмсетдин ағайҙың тормошо күптәргә өлгө булырлыҡ. Улар Ватаныбыҙға шундай уңған, аҡыллы ҡыҙҙарҙы һәм улдарҙы үҫтереп, аяҡҡа баҫтырған. Оло ҡыҙҙары Гүзәл БДУ-ның юридик факультетын тамамлап, Өфөлә Совет районының баш прокуроры урынбаҫары вазифаһын биләй, Нураниәләре БДПИ-ның башҡорт филологияһы бүлегендә белеп алып, Шамонино ҡасабаһында эшләй, улдары Азамат, районыбыҙҙың эске эштәр бүлегендә хеҙмәт итә, ә Айбулат индустрия техникумынан һуң Себер тарафтарында тир түгә.
Алтын туй — йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Ярты быуат бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек, ышаныс кәрәк, ә Фәйрүзовтарҙа был сифаттар етәрлек.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: