Ошо көндәрҙә район үҙәгендә баскетбол буйынса мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолған XXIII спартакиаданың район этабы уҙҙы. “Юрий Гагарин исемендәге кубок”ты яулар өсөн 1-се Архангел, 2-се Архангел һәм Мксим Горький ауылдарынан үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар йыйылма командаһы үҙ-ара көс һынашты.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса ҡыҙҙарҙан максим горькийҙар – беренсе, 1-се архангелдәр – икенсе, 2-се архангелдәр өсөнсө урынды яуланы. Үҫмерҙәрҙән 2-се Архангел мәктәбенә тиңдәр табылманы, улар “алтын”, Максим Горький – “көмөш” һәм 1-се Архангел баскетболсылары “бронза ” миҙал яуланы.
Тәүге баҫҡысты биләгән йыйыма командалар Ҡырмыҫҡалы районында төбәк-ара ярыштарҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.