Асы ауылы эргәһендә “Рәсәй саңғы юлы-2021” Бөтә Рәсәй спорт сараһы сиктәрендә физкультура уҡытыусыһы Р.И.Фәйзуллин иҫтәлегенә арналған эстафета ярышы уҙҙы. спорт сараһында 100 артыҡ кеше ҡатнашты. Ә район буйынса иһә был һан – 2500 тәшкил итте. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Сәйетғәлин, район Советы секретары Ф.Ф.Йортомбаев, район Советы депутаты Роберт Фәйзуллин сәләмләгәне. Улар ярышҡа йыйылыусыларҙы тәбрикләп, саңғы уҙышының күмәкләп ҡатнаша торған спорт төрө булыуын, был ярышты уҙғарыу матур йолаға әүерелеүен билдәләне һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Артабан саңғысылар старт һыҙығына баҫты. Бындай ярыштар барыһын да һағындырған. Һауа торошо ла был сараны ҡеүәтләгәндәй яҡшы торҙо.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса ауыл биләмәләре араһында Абҙан – беренсе, Липовка – икенсе һәм Арх-Латыш өсөнсө урынға сыҡты. Мәғариф учреждениелары араһынан абҙандар – “алтын”, оҙондарҙар – “көмөш” һәм ҡыҙыл еҙемдәр “бронза” миҙал яуланы.
Еңеүселәр һәм призерҙар Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.
райондың йәштәр эше физкультура һәм спорт комитеты рәйесе.