Яҙ башланыу менән БР “Россельхозцентр” филиалы, “Башкирский” агрохимия хеҙмәте үҙәге” һәм “Ишимбай” агрохимия хеҙмәте станцияһы менән берлектә ҡулланылмаған ер буйынса һәм ауыл хужалығы ерҙәрендә янғын хәүефе тыуҙырған объекттарҙы тикшереү уҙғарасаҡ. Бер рәттән улар фотофиксация мәлендә майҙанға аныҡлыҡтар һәм GPS навигацияға мәғлүмәттәр индерәсәк.
2020 йылда БР “Россельхозцентр” белгестәре 810 объект тикшергән, барыһы тикшереү буйынса БР ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү хеҙмәтенә 21 хат ебәрелгән. Иген һаҡлау урындары, мал фермалары, машина-трактор парктары эргәһендә ҡый үләндәре сабылмағаны, яландарҙа бер урынға йыйылмаған һалам, урман һәм яландар араһында янғынға ҡаршы һыҙаттың булмауы – төп ҡағиҙә боҙоу осраҡтарының исемлегенә инде.
Л.Р.Мөхәмәтҡолова,
“Россельхозцентр” филиалы начальнигы.