Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
12 Февраль 2021, 18:39

“Йөрәк хистәре алдаманы”

Бер-береһен күрмәй, телефон аша һөйләшеп кенә йөрәктәрендә ғашиҡ уты тоҡандырғандар арабыҙҙа күпме икән?

Бөгөн Ҡыҙғы ауылында башҡаларға өлгө булырҙай гөрләтеп донъя көткән, балалар тәрбиәләгән Альбина һәм Юнир Ғатауллиндар тап бына шундайҙар иҫәбенән. Йөҙҙәренән дә, үҙҙәренән дә нур бөркөлгән яҡташтарымды яҙмыш ҡайҙа һәм нисек осраштырҙы икән, мине иң тәүҙә ошо ҡыҙыҡһындырҙы.
Уларҙың танышыуҙары бик үҙенсәлекле килеп сыға. Яҙмыштан уҙмыш юҡ тигән халыҡ әйтеме бындай осраҡта бик урынлы. Ҡыҙғы егете Юнирға иптәше бер ҡыҙҙың телефон номерын бирә. Йәш кеше күп уйлап тормай кеҫә телефонының төймәләренә баҫып һандар йыя. Түҙемһеҙләнеп яуап көткән арала Абҙан ауылында йәшәүсе Альбинаға һеңлеһе йүгереп килеп үҙенең телефонын тапшыра ла:
— Апай, бер егет минең менән танышырға теләй! Мә үҙең һөйләш, мин оялам, — ти. Альбина икеләнеп тормай яуап бирә. Шулай башлана уларҙың аралашыуҙары. Һылыу ҡыҙ башта һеңлеһе булып һөйләшә. Тик намыҫы артабан алдашырға юл ҡуймай, ни булһа ла булыр ти ҙә Юнирға үҙенең кем икәнлеген әйтә. Был ваҡытта йәш кеше ҡыҙға өйрәнеп тә өлгөрә, шуға күрә дөрөҫлөктө белеү бер нимәне лә үҙгәртмәй, тик телефон номыры ғына үҙгәрә. Айҙан артыҡ аралашҡандан һуң, егет осрашырға тәҡдим итә һәм йәй башында бер ҙә күрмәгән һөйгәне эргәһенә йыйына.
Уларҙың тулҡынланыуҙарын белһәгеҙ ине… Оҡшатырҙармы бер-береһен, хыялдары селперәмә килмәҫме, көткән өмөттәр аҡланырмы? Йәштәр бер-береһен тәү тапҡыр күреүҙән үк йөрәк хистәренең алдамауын һәм яҙмыштарының хәл ителеүен аңлай — егет менән ҡыҙ, һис шикһеҙ, бергә буласаҡ!
Һөйгәне янына өс тапҡыр килгәндән һуң, Юнир ата-әсәһенә өйләнергә теләүе хаҡында әйтә. Август айында матур итеп никах уҡыталар, 2013 йылдың 15 ноябрендә гөрләтеп туй яһайҙар. “Йыл башында танышҡайныҡ, йыл аҙағында теүәлләп тә ҡуйҙыҡ”, — тип шаярта ғаилә башлығы. Ике яҡтан да ололар йәштәргә ҙур хөрмәт күрһәтеп, үҙ итәләр.
Башта Өфө педагогия колледжын тамамлап, артабан аграр университетта белем алған Альбина ваҡытлыса уҡыуын туҡтатып торорға мәжбүр була. Мөхәббәт емештәре булып бер-бер артлы Илүзә һәм Вадим исемле балалары тыуа. Йәш ата-әсә бәпестәрен “өф” итеп кенә үҫтерә, матур тәрбиә бирергә тырыша. Уңған хужабикә бала ҡарағанда, хәстәрлекле атай кеше яңы йорт һала. Яҡын-тирәлә хеҙмәт урыны юҡлыҡтан, Юнирға ла башҡа бик күп ир-егеттәр кеүек ғаиләһен ҡалдырып, Себер тарафтарында эшләргә тура килә.
— Ҡырҙа ғаиләмде ныҡ һағынам. Эштән саҡ ҡына бушаған арала тиҙерәк шылтырата һалам. Балаларҙың үҫкән саҡтарын күрге килә. Ярай хәҙер скайп, видеобәйләнештәр бар. Тыуған ереңдә эшләп, шунда аҡса табыу бәхеттер тип уйлайым. Ғаиләңде ҡалдырып ҡырҙа йөрөү бер ҙә килешмәй ҙә бит, ни хәл итәһең, өй һалырға, балаларҙы матур итеп үҫтерегә, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк.
Ҡатыныма рәхмәт. Мин ситтә саҡта донъяны үҙе көтә. Егәрле, сос хужабикә ул минең. Аш-һыуға ла, бәйләмгә лә оҫта, сәйләндән дә матур әйберҙәр яһап ҡуя. Эштән бер ҙә ҡурҡмай, — тип һөйләп үтте Юнир.
Әлбиттә, һәр кеше киләсәккә пландар ҡора, ниндәйҙер уй-хыялдар менән янып йәшәй. Ғатауллиндарҙың да бар ундай уй-хыялдары, йөрәктәренең иң түрендә һаҡлаған оло теләктәре. Шуларҙың иң мөһиме һәм иң ҙурыһы – яңы йорттарын һалып бөтөп сығыу, мал-тыуар, ҡош-ҡортто күпләп аҫрау. Бына шундай изге уйҙар менән йәшәй Ҡыҙғы ауылының киләсәге, тотҡаһы, күрке булған йәш ғаиләләрҙең береһе.
Тормош ҡатмарлыҡтарына баш эймәй, хыялдарына ынтылған был ике йәш йөрәктең ҡыйыулығына һоҡланырлыҡ. Бәхет ҡояшы тап ана шундай ҡыйыу һәм тәүәккәлдәргә йылмаялыр ҙа инде.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — ғаилә архивынан.
Читайте нас: