Шуныһы ҡыуаныслы: был көндө егеттәр һәм ҡыҙҙар ғына түгел, ә ир һәм ҡатын, әсәйҙәр менән балалар бер-береһенә бүләктәр әҙерләй.
Ғашиҡтар көнөн яҡташтарыбыҙ нисек билдәләй икән?
Рәсимә Әсмәндийәрова, Ләмәз ауылы:
— Ғашиҡтар байрамын һис шикһеҙ билдәләйбеҙ. Был көн кеше тормошонда бик кәрәк. Сөнки мөхәббәтһеҙ, һөйөүһеҙ йәшәү мөмкин түгел. Үҙебеҙҙең яратыуыбыҙ, хөрмәт итеүебеҙ тураһында ҡат-ҡат әйтеп, ҡылығыбыҙҙа, эштәребеҙҙә шуны иҫбатлап торһаҡ ғүмеребеҙ нурлы буласаҡ. Мөхәббәт булған ерҙә ихласлыҡ, эскерһеҙлек һәм бәхет хаким итә. Яратығыҙ һәм яратылып йәшәгеҙ!
Әлиә Әхтәмова, Приуралье ауылы:
— Ғашиҡтар көнө һуңғы йылдарҙа сағыу байрамдарҙан һанала башланы. Һөйгән йәрҙәргә бер-береһенә хис-тойғоларын еткереү, тормошҡа сығырға тәҡдим яһау өсөн бик уңайлы мәл. Ошо ваҡиға менән файҙаланып ҡыйыу аҙымға баҙнат иткән байтаҡ кешеләрҙе беләм. Үҙемә килгәндә, байрамды йылы ҡабул итәм. Тормош иптәшем бер ваҡытта ла бүләкһеҙ ҡалдырмай. Шулай уҡ туғандарыма, әхирәттәремә лә бәләкәй генә булһа ла бүләктәр әҙерләйем. Байрам бер ваҡытта ла артыҡ түгел. Сөнки ул яҡшы кәйеф, яҡты тойғолар тарата, донъя мәшәҡәттәренән арындыра.
Илгиз Рәхмәтуллин, Ҡыҫынды ауылы:
— 14 февралдә, Изге Валентин йәғни Ғашиҡтар көнө билдәләнә. Берәүҙәр уны байрам тип иҫәпләй — бер-береһенә «валентинкалар» бирә, романтик осрашыуҙар ойоштора. Икенселәр, киреһенсә, быны хупламай.
Ғашиҡтар көнө бөгөн йәштәр байрамы ғына түгел, ә ғаилә байрамына әйләнде. Бер-беребеҙгә бүләктәр тапшырабыҙ, матур табын ҡорабыҙ. Ата-әсәләргә, туғандарға, яҡын кешеләребеҙгә иғтибар, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәбеҙ.
Мәктәптәрҙә, мәҙәни усаҡтарҙа ла төрлө күңелле саралар ойошторола. Ғөмүмән байрам беҙҙең арала киң ҡолас йәйгән.
Ғашиҡтар көнө менән! Һөйөп һәм һөйөлөп йәшәгеҙ! Бәхетле булығыҙ!
Дилара Бәҙретдинова яҙып алды.