Күптән түгел “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгенең спорт залында мини-футбол буйынса мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолған XXIII спартакиаданың район этабы уҙҙы. Ярышта һигеҙ үҫмерҙәр һәм алты ҡыҙҙар йыйылма командаһы үҙ-ара көс һынашты.
Спорт сараһында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Г.Ғ.Имаева менән райондың йәштәр эше, физкультура һәм спорт комитеты рәйесе А.В.Тиунова сәләмләгәс, ҡыҙыу уйындар башланды.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса үҫмерҙәр араһында 1-се Архангел – беренсе, 2-се Архангел – икенсе һәм Абҙан мәктәбе футболсылары өсөнсө урынды биләне. Ҡыҙҙарҙан тирәклеләр – “алтын”, 2-се Архангел – “көмөш” һәм Благовещенка “бронза” миҙал яуланы. Еңеүселәр һәм призерҙар мәғариф бүлегенең һәм “Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгенең Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Фәрзәнә Хәсәнова,
“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәгенең директор вазифаһын башҡарыусы.