Инйәр
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
9 Февраль 2021, 18:10

Теләктәрҙе тормошҡа ашырыу юлы

***

2021 йылда “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” сиктәрендә Тәүәкәс ауылында граждандар йыйылышы уҙҙы.
Ауыл халҡынан тыш, сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Л.Г.Губачева ҡатнашты. Любовь Георгиевна сарала ҡатнашыусыларға, халыҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” һәм ошо проекттың үҙенсәлектәре хаҡында бәйән итте.
Һөйләшеү барышында Тәүәкәс ауылындағы мәктәп биләмәһен төҙөкләндереү мәсьәләһе хупланды. Артабан инициатив төркөм һайланды, бер рәттән һәр йорттан 800 күләмендәге аҡса йыйыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Шулай уҡ “Еләҫ ел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проектты тормошҡа ашырыу буйынса баҫымсылыҡ ярҙамы күрһәтәсәк.
Венера Усманова,
ауыл хакимиәте башлығы идарасыһы.
Читайте нас в