Бейек тауҙың үре бейек, ти халыҡ мәҡәле. Уның түбәһенә менгәнсе оҙон-оҙон юлдар үтәләр, ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар аша атлайҙар, әммә батырҙар үҙ маҡсатына өлгәшә, әллә ниндәй бейек түбәләргә лә менеп баҫа. Киләһе таңын йондоҙҙар менән бергә ҡаршылай...
Эрнст Мирсаяф улы Юлбарисов 1939 йылда Архангел районы Муллаҡай ауылында донъяға килә. 1957 йылда 1-се башҡорт интернат-мәктәбен (хәҙер Р. Ғарипов исемендәге гимназия) көмөш миҙалға, 1962 йылда М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының геология факультетын тамамлай.
Геолого-минералогия фәндәре кандидаты (1976), техник фәндәр докторы (1995), өлкән фәнни хеҙмәткәр (1988), Рәсәй тау фәндәре Академияһының Академик советнигы (1996), тау фәндәре Академияһының академигы (1988) — Э.М.Юлбарисовтың тормошо хаҡындағы мәғлүмәтте ҡыҫҡаса шулай күҙалларға мөмкин. Уның хеҙмәт эшмәкәрлеге производстволағы, фәндәге һәм дәүләт менән идара итеүҙәге эштәрҙе берләштерә. Ул геология, геохимия, нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм нефть сығарыуҙы арттырыу өлкәһендә арымай-талмай эшләй.
1962—65 йылдарҙа — “Туймазынефть”тә скважиналарҙы өйрәнеү операторы, промысла геологы, тәжрибә участкаһы начальнигы урынбаҫары — өлкән геолог; 1965—66 йылдарҙа — “Башнефть”тең өлкән геологы, өлкән инженеры; 1966—70 йылдарҙа — ВНИИГАЗ-дың геохимик тикшеренеүҙәр секторы инженеры, көндөҙгө бүлек аспиранты; 1970—74 йылдарҙа — “Башнефть”тең эшкәртеү анализы төркөмө етәксеһе, өйрәнеү һәм эшкәртеү бүлеге начальнигы; 1974—78 йылдарҙа — “Башнефть” аппараты бүлегенең өлкән геологы; 1978—80 йылдарҙа — Ангола Халыҡ Республикаһының Нефть министрлығында нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм
файҙаланыу буйынса баш инженер; 1980—85 йылдарҙа — “Башнипинефть” ғилми-тикшеренеүинститутының микробиология, гидрогеология тикшеренеүҙәре секторы мөдире; 1986—92 йылдарҙа — “Союзнефтеотдача” фәнни-производство берекмәһенең биогеотехнология бүлегенең лаборатория мөдире; 1992—97 йылдарҙа БР Геология һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса Дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары; 1997—98 йылдарҙа — “Башнипинефть”тең микробиология технологияһының лаборатория мөдире; 1998—2000 йылдарҙа “Пермнипинефть”тен Когалым филиалында геохимия бүлеге начальнигы, баш фәнни хеҙмәткәр, нефть ятҡылыҡтарын асыу бүлеге, нефтте сығарыу, ремонт-изоляция эштәре начальнигы; 2000 йылдың ноябренән “Башнипинефть”тең фәнни- тикшеренеү бүлеге мөдире.
Ул 170 ғилми мәҡәлә авторы, шул иҫәптән 28 уйлап табыу таныҡлығы һәм патенты, 5 китап, 16 норматив документ әҙерләгән, бик күп халыҡ-ара һәм Рәсәй Федерацияһы конференциялары, конгрестары, симпозиумдары, семинарҙарында ҡатнашыусы.
Нефть фәндәре Академияһының “Башнефть” фәнни-техник һәм диссертация советы ағзаһы, Рәсәй тау фәндәре Академияһының Көньяҡ Урал бүлексәһе Президиумы ағзаһы, БР фәндәр Академияһының “Ер һәм экология тураһында фән” бүлексәһенең “Гидрогеология, геофизика һәм инженер геологияһы” фәнниСоветындаағзаһ.б.
1997—98 йылдарҙа “Башҡортостанэнциклопедияһы”ның “Геология һәм география” редакцияһында төп мөхәррир вазифаһында уңышлы эшләй. Әйткәндәй, “Башҡортостан” ҡыҫҡаса энциклопедияһының Башҡортостан геологияһы төҙөлөшөнә арналған бүлеген руссанан башҡортсаға тәржемә итә.
“Йәш гвардия” мәктәп стена гәзитенең, Мәскәү дәүләт университетында “Совет геологы” факультет гәзитенең рәссам-
биҙәүсеһе, “Союзнефтеотдача” фәнни-производство берекмәһенең “Нефть өсөн”, “Башнефть” берекмәһенең стена гәзиттәренең баш мөхәррире була. “Туймазынефть”кә ҡараған 3-сө нефть промыслаһының санитар дружина командиры, “Башнипинефть”тең халыҡ дружинаһы командиры урынбаҫары, егерме йылданашыу (1972—92) Башҡортостан Халыҡ контроле комитетының штаттан тыш инспекторы булып та эшләй.
Э.М. Юлбарисовтың тыуған илебеҙ, Башҡортостаныбыҙ алдында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланды. Ул “СССР уйлап табыусыһы” исеме, СССР ВДНХ-һы лауреаты (көмөш миҙал), академик И.М. Губкин исемендәге нефть, газ сәнәғәте Башҡортостан фәнни-техник берекмәһенең дипломы, КПСС Үҙәк Комитетының, “Башнефть” производство берекмәһенең, ЦНИЛ, НПО “Союзнефтеотдача”ның, БР Госкомгеологияһының, “Когалымнипинефть”тең Почет грамоталары менән наградланған. Уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе” (1995), “Рәсәй Федерацияһының почетлы нефтсеһе” (1997) тигән маҡтаулы исемдәр бирелгән.
Фәндә лә, сәнәғәттә лә, дәүләт идаралығында ла берҙәй тырышлыҡ менән эшләп, һәр яҡлап уңышҡа өлгәшкән бындай шәхестәр Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй Федерацияһында ла һирәккүренеш.
Беҙҙең Архангел районынан ошондай шәхестәр сыҡҡан икән, хәҙерге йәштәрҙә, олпат ир-егеттәр ҙә фәһем алырлыҡ.
Э.М. Юлбарисовтар кеүек үҙендә ҡорос ныҡлыҡ, тимер түҙемлек тәрбиәләгән ирҙәр, бәхетте ер өҫтөнән генә түгел, уның аҫтынан да эҙләп таба. Ана шул түҙемлек һәм үҙ-үҙеңә талапсанлыҡты бергә ҡушып, тормош йөгөн мисәүҙә генә түгел, төпкә егелеп тартҡан Эрнст Мирсаяф улының эше иле һәм халҡының бөгөнгө һәм киләсәге өсөн дә хеҙмәт итә.