Инйәр
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
9 Февраль 2021, 17:27

Министрлыҡ ниҙәр хаҡында иҫкәртә?

***

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус буйынса яңы методик тәҡдимдәр әҙерләгән. Быныһында COVID-19 сирен дауалау өсөн тәҡдим ителгән препараттар исемлеге ҡыҫҡартылған, коронавирус мутациялары һәм сирҙе үткәргән пациенттарҙың туберкулез менән сирләү хәүефе юғарылығы хаҡында аңлатылған.
Министрлыҡ тәҡдимдәренең унынсы версияһында сирҙе дауалауҙа ҡулланылған “Азитромицин” антибиотигын исемлектән алғандар. Ә “Фавипиравир”, “Ремдесивир”, “Умифеновир”, “Гидроксихлорохин” һәм “Интерферон-альфа” исемлектә ҡалған.
Ҡайһы бер препараттарҙың һөҙөмтәлелеге тураһында аныҡ мәғлүмәт юҡлығы сәбәпле, уларҙы ҡулланыуҙы табиплыҡ комиссияһы хәл итә. Документта 2020 йылдың декабрендә Бөйөк Британияла табылған вирус ҡуҙғытҡысы тураһында ла әйтелә. Уны өйрәнеү дауам итә, әммә әлеге ваҡытҡа вирустың яңы варианты тыуҙырған инфекцияның ауыр үтеүе йәки юғары үлем осраҡтарына килтереүе тураһында мәғлүмәт юҡ.
Коронавирусты йоҡторғанда барлыҡҡа килгән тәүге билдәләр тураһында мәғлүмәт күбәйгән. Сир осраҡтарының 90 процентында температура күтәрелеүе, 80 процентында – йүтәл, 30 процентында тын ҡыҫылыуы күҙәтелгән. Йыш ҡына ауырыуҙарҙы күкрәк ситлегендә ауыртыныу, хәлһеҙлек яфалаған. Бынан тыш, тәүге билдәләр араһында мускулдар ауыртыуы, аң юғалыуы, баш ауыртыуы, эс китеү, уҡшыу, ҡоҫоу, йөрәк ҡағыуы ла күҙәтелеүе ихтимал.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, коронавирусты үткәргән пациенттарҙа туберкулез хәүефе арта. Шуға күрә пациенттарға стационарҙарҙа уҡ мотлаҡ рәүештә латентлы туберкулез инфекцияһына тест үтеү кәрәк, тип иҫәпләй белгестәр.
"Ковид һөҙөмтәһендә пневмонияға дусар пациенттар ҡанында лейкопения, лимфопения булыуы күҙәтелә. Был латентлы туберкулез инфекцияһына юлығыу хәүефен тыуҙыра. Ковидтан һуң күп ауырыуҙарҙа фиброз рәүешендә ҡалдыҡ үҙгәрештәр барлыҡҡа килә. Пациенттарҙың был категорияһы киләсәктә туберкулез менән сирләү хәүефенә дусар булыуы ихтимал", - тиелә документта.
Фото: kubnews.ru
Читайте нас в