Инйәр
+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
9 Февраль 2021, 17:32

Еңеүсегә 300 мең һум тапшырыла

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, быйыл февраль – апрель айҙарында “Сколково” фондының DIGITAL STARTUP TOUR сараһын ойоштороу күҙаллана. Ул Рәсәйҙең һигеҙ төбәгендә уҙғарыла. Донъялағы эпидемиологик хәлгә бәйле Стартап-турҙы 22 мартта виртуаль конференция рәүешендә үткәрергә ҡарар ителде. Ун йыл эсендә проект перспективалы инновацион командаларҙы эҙләү, яңы эш башлаған йүнселдәрҙең компетенцияһын үҫтереү һәм Рәсәйҙә инновациялы эшҡыуарлыҡ идеяларын танытыу йәһәтенән үҙен иң күләмле федераль сараларҙың береһе булараҡ күрһәтте. Конкурста еңеүсе маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға 300 мең һум аҡса аласаҡ. Уға шулай уҡ “Старт” акселерацияһы программаһында ҡатнашып, үҙ эшен артабан үҫтереүгә ике миллион һум алыу мөмкинлеге лә бирелә. Сарала ҡатнашыу өсөн 7 мартҡа тиклем проектарҙы https://startup-tour.ru/contacts сайтына ебәрергә кәрәк.Фото: foreign.bashkortostan.ruБашҡортостан гәзите

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, быйыл февраль – апрель айҙарында “Сколково” фондының DIGITAL STARTUP TOUR сараһын ойоштороу күҙаллана. Ул Рәсәйҙең һигеҙ төбәгендә уҙғарыла.
Донъялағы эпидемиологик хәлгә бәйле Стартап-турҙы 22 мартта виртуаль конференция рәүешендә үткәрергә ҡарар ителде.
Ун йыл эсендә проект перспективалы инновацион командаларҙы эҙләү, яңы эш башлаған йүнселдәрҙең компетенцияһын үҫтереү һәм Рәсәйҙә инновациялы эшҡыуарлыҡ идеяларын танытыу йәһәтенән үҙен иң күләмле федераль сараларҙың береһе булараҡ күрһәтте. Конкурста еңеүсе маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға 300 мең һум аҡса аласаҡ. Уға шулай уҡ “Старт” акселерацияһы программаһында ҡатнашып, үҙ эшен артабан үҫтереүгә ике миллион һум алыу мөмкинлеге лә бирелә.
Сарала ҡатнашыу өсөн 7 мартҡа тиклем проектарҙы https://startup-tour.ru/contacts сайтына ебәрергә кәрәк.
Фото: foreign.bashkortostan.ru
Читайте нас в