Араларында мәңгелек йоҡоға талғандары ла йылдан-йыл күбәйә. Беҙ, әле иҫәндәр, ара-тирә район үҙәгендә осрашып, үткәндәрҙе иҫләп, хаталарыбыҙҙы, уңыштарыбыҙҙы барлап, күңелле хәтирәләргә биреләбеҙ. Нисек кенә булмаһын, ул йылдар — ике аяғыбыҙҙы — ат, ике ҡулыбыҙҙы — ҡамсы итеп, намыҫлы хеҙмәттә тир түккән ҡабатланмаҫ осор.
Шулай Тирәкле мәктәбенең данын күтәреүсе, үҙе күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар аша үтеүсе Әлфирә Вәкил ҡыҙы Баһауетдинова менән осраштым. Осраштым да, 2004 йылда мәктәп һалыу осорон иҫкә төшөрҙөм. Ай-һай ҡатмарлы шарттарҙа хәл ителде был мәсьәлә. Ике төрлө фекер барлыҡҡа килеп, ҡаты бәхәс тыуҙы. Бер яҡта — амбициялы йәшерәктәр, икенсеһендә — район етәкселеге һәм күпте күргән, күпте белгән, һәр мәсьәләне хәл иткәндә “тотҡан ерҙән һындырмаған” ауыл халҡы. Шулай ҙа был осраҡта урын түгел, ә республика бюджетынан финансланған, махсус программаға индерелгән, заман талаптарына яуап бирерлек бина ҡалдырыуҙы хәстәрләүселәрҙең фекере өҫтөнлөк итте.
Эйе, күҙ асып йомған арала мөһабәт бина ҡалҡып сыҡты. Ул саҡтағы президентыбыҙ Мортаза Рәхимов килеп, төҙөлөш барышын тикшереп торҙо. Ниһайәт, тирәклеләр, байтаҡ һуңлабыраҡ булһа ла яңы шарттарҙа эш башланы. Эйе, шунан һуң районда балалар һаны кәмене, мәктәптәр ҡыҫҡартылды, яңы бина һалыу мәсьәләләре туҡтап ҡалды. Шул мәшәҡәтле йылдарҙан һуң (16 йыл) тик бер генә ауылда төҙөлөш тергеҙелде.
Ә тирәклеләр бындай бәхеткә күптән хаҡлы. Унда сәмсел, эшһөйәр, киләсәкте уйлай белгән, алдынғы ҡарашлы кешеләр йәшәй. Әгәр был бина һалынмаһа, улар әлеге көндә Баҡалды мәктәбенә йөрөп уҡырға мәжбүр булыр ине. Тирәклеләргә был кәрәкмәй, сөнки унда тәрбиәләнеүселәр республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең төрлө тарафтарындағы техник, иҡтисади, мәҙәни, тарихи, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм башҡа учреждениеларында эшләрҙәй һөнәрҙәргә эйә булдылар һәм бөгөн улар төплө белем алыуға ынтылыусыларҙың алғы рәтендә. Ә уҡытыусылар коллективы, уның арымай-талмай, киң аҙымдар менән алға барыусы етәксеһе — Әлфиә Баһауетдинова иңдәренә һалынған бурысты намыҫ менән атҡарып сыҡты.
Ошо яңы бинаны һалдырған йылды ул тормош иптәше, хеҙмәттәше, арҡаҙашы Фаяз Ихсан улы Баһауетдинов менән Тирәкле һәм район үҙәге араһын таң атҡанда ла, ҡара төндә лә, күп тапҡырҙар ураны. Олораҡ мәсьәләне хәл итер өсөн дә, “ҡош йомошондайын” үтәү йөҙөнән дә донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, йоҡоһонан мәхрүм булды. Тештәрен ҡыҫып эстә янған утты йотто, башҡаларға күрһәтмәне. Ниһайәт, тырышлыҡ бушҡа китмәне. Бөгөн Тирәкле мәктәбе һәр яҡлап та алдынғылыҡты бирмәй, ер аҫтынан урғылып сыҡҡан саф шишмә кеүек, үҙенең шифалы һыуы менән Тирәкле ауылы балаларын “һуғара”. Аҡты ғына аҡ итмәй, ҡараны ла аҡҡа әйләндерерҙәй ул-ҡыҙҙарыбыҙ бар әле, иншалла. Дан һәм хөрмәт уларға.
Нәсиә Йосопова, педагогик хеҙмәт ветераны.