— Хөрмәтле хәҙрәт, һуңғы ваҡытта ҡатынымдың миңә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрҙе. Йылмайып ҡаршы алмай, тәмле ризыҡтарын да бешереп ҡуймай, бының сәбәбен һис тә аңламайым, — ти.
— Һин ҡатыныңа “Бәғрем, мин һине бик һөйәм”, — тип һуңғы тапҡыр ҡасан әйттең?
— Никахлашыр алдынан биш-алты йыл элек бер-ике тапҡыр әйткән инем, — ти.
— Ҡатыныңа бөгөн үк был тылсымлы һүҙҙәрҙе әйт, — тип бойорҙо хәҙрәт.
Бер аҙнанан һуң әлеге кеше хәҙрәткә:
— Һинең биргән нәсихәтеңә ҡолаҡ һалып, кәрәҙле телефонымдан ҡатыныма шылтыраттым: “Йәнем, бәғрем, мин һине бик яратам бит,” — тип әйттем. Ошо һүҙҙәрҙән һуң ҡатыным телефонын өҙөп ҡуйҙы. Бер нисә минуттан һуң үҙе миңә шылтыратты: “Рауил, был һинме ул? — тип һорау бирҙе. “Эйе”,— тип яуап ҡайтарғас, “Эшендә берәй нәмә булдымы, әллә берәй ерең ауыртамы?” — тип һораны.
Хөрмәтле дуҫтар, ошо ҡыҙыҡ тормош хәлен уҡығандан һуң, бик күп нәмәне аңлап була: ысынында беҙҙең арала бөгөн бәғерҙәре ҡатҡан, һүҙҙәрендә, эштәрендә ҡатылыҡ күрһәткән бәндәләр бик күп. Ҡатын — иренә, ире — ҡатынына, атай-әсәйҙәр балаларына, балалары атаһы-әсәһенә, туғандарына, дуҫтар бер-береһенә: “Мин һине яратам, хөрмәт итәм”, — тип әйтмәй. Аралағы йылы мөнәсәбәтте, дуҫлыҡты арттыра торған был һүҙҙәрҙе әйтергә ауырһыналыр. Был бит дөрөҫ түгел. Был матур тәьҫирле, тылсымлы һүҙҙәрҙе әйтеүҙән тыйылыу һәм ауырһыныу ахмаҡлыҡ ғәләмәте булып һанала. Бер-берегеҙгә мин һине һөйәм, яратам, тип әйтеү пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте. Шуны оноторға ярамай. Ысынында, “Мин һине һөйәм, яратам, хөрмәт итәм” тигән һүҙҙәрҙе башҡаларҙан ишетергә теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә был һүҙҙе әйтергә ауырһынмағыҙ.
“Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе.