Улар беҙҙе үҙҙәренең ижади емештәре менән һөйөндөрә, тормоштоң матурлығын күрергә өйрәтә, гүзәллек тыуҙыра.
Тәүәкәс ауылында йәшәгән Гөлфисә Харис ҡыҙы Бадранова шундай оҫталарҙың береһе. Гөлфисә Харис ҡыҙы байтаҡ йылдар ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе вазифаһын үтәй. Көрсөк заманына ҡарамай, ауыл халҡының рухи һәм мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында мәҙәниәт йорто һаҡланып килә. Бында буш ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн төрлө йүнәлештәге мауыҡтырғыс эштәр менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар, теләгең генә кәрәк.
Билдәле булыуынса, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре йырлап-бейеү, саралар үткәреүҙән тыш, етәкселек ҡайҙа, нимә ҡуша шунда, алғы сафта бара. Улар иң әүҙем, ал-ял белмәгән, дәртле, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Күңелле һәм фәһемле тамашаларҙы ла уҙғаралар, өмәләргә, рейдтарға ла сығалар, түңәрәктәр ҙә ойоштороп өлгөрәләр.
Гөлфисә Бадранова 1989 йылда Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлай. Ауылда тормош көтә башлағас, 1991 йылда художество етәксеһе һөнәренә уҡып сыға, 2017 йылда белемен тағы ла камиллаштырыу маҡсатынан баш ҡалала курстар үтә. Бөгөн ул башҡа хеҙмәттәштәре кеүек үк мәҙәниәт, йәмәғәт тормошонда ҡайнай.
— Электән башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынам. Һуңғы осорҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәрен, бигерәк тә һаҡал, селтәрҙәрҙе эшләп ҡарарға ине тигән теләк тынғы бирмәй башланы. Интернет селтәренән, китап, журналдарҙан уларҙы өйрәнә башланым. Өс йыл элек миңә Өфөлә Асия Ғәйнуллинаның “Урал” галереяһында селәтәрҙәр эшләүгә бағышланған оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Тап бына ошонда нигеҙ һалынды ла инде яңы шөғөлөмә.
Борондан һәр башҡорт ырыуының үҙенә генә хас биҙәүестәре булған. Һаҡал, селтәрҙәргә, кейемдәрҙең биҙәлешенә ҡарап ҡына ла, кемдең ҡайһы яҡ башҡорто икәнен әйтә алғандар. Миңә табын ырыуына ҡараған үҙебеҙҙең Тәүәкәс ауылы ҡатын-ҡыҙҙары таҡҡан һаҡал, селтәр элементтарын табырға кәрәк ине. Эҙләнә торғас, Өфөгә ҡунаҡҡа барғанда, 1930 йылда төшкән бер фото ҡулыма эләкте. Унда Тәүәкәс ауылында йәшәгән Динисламова Рәғифә әбей ҡыҙы Сәлимә һәм улы Басир менән ине. Милли кейемдәге һылыу ҡатындың матур һаҡалына иғтибар итә ҡуйҙым. Бына эҙләгән әйберем табылды! Инде үҙебеҙҙең яҡтың һаҡалының биҙәлешен теүәл генә беләм.
Ең һыҙғанып, һаҡал, селтәр, уларҙың стилләштерелгән өлгөләре өҫтөндә тир түгә башланым. Бөгөн тиҫтәнән артыҡ күҙҙең яуын алып торған әйберҙәрем бар. Ошо өлкәләге белемем, тәжрибәм менән ауылдаштарым, туғандарым һәм башҡа селтәр эшләргә өйрәнергә теләүселәр менән уртаҡлашам, башҡаларҙың кәңәштәренә лә ҡолаҡ һалам. Районыбыҙҙың һәүәҫкәр ҡул оҫталары йыш ҡына мәҙәниәт йортонда ваҡыт табып, йыйылышып дәрестәр уҙғарып, йәш быуында был шөғөлгә ҡыҙыҡһыныу уятабыҙ.
Һаҡал, селтәр эшләй башлағас ауылдаштарым, таныштарым тәңкәләр, ҡабырсаҡтар һәм башҡа материалдар менән ярҙам итте. Бигерәк тә Нурия Валиева менән Мөнирә Ишмөхәмәтоваға рәхмәт.
Сәйлән үреүҙә лә ярайһы уҡ уңыштарға өлгәштем. Был сәнғәттең күпме түҙемлек, оҫталыҡ, ваҡыт талап итеүен ошо кәсеп менән булашҡандар ғына аңлай. Сәйлән бөртөктәренән, еҙ сымдарҙан бынамын тигән ғәжәйеп композициялар барлыҡҡа килә. Өлгөләрҙе интернет селтәрҙәренән ҡарайым да, артабан күңел нисек ҡуша шулай эшләйем. Булаша торғас иҫ китмәле сәскәләр, гөлләмәләр, ағастар барлыҡҡа килә, — тип үҙенең яратҡан эштәре менән таныштырып үтте Гөлфисә Бадранова.
Уңған ханымдың ижад емештәренең матурлығын әйтеп аңлатыу мөмкин түгел, уларҙы үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк. Әйткәндәй, ул бәйләмгә лә әүәҫ. Шәлдәр, матур-матур тәпишкәләр, ойоҡбаштар тиһеңме — барыһы ла тулып ята. Тынғыһыҙ эшенән ваҡыт табып, һуғыу станогында аллы-гөллө балаҫ та һуға, теләгәндәрҙе өйрәтә лә. Уҡыусылары ла байтаҡ уның: ҡул эштәренең серҙәренә төшөнөргә теләүселәрҙең һәр береһенә матур итеп аңлата, ваҡытын йәлләмәй, күңелен биреп белгәнен өйрәтә.
Ғаиләһенә килгәндә: тормош иптәше Рәдиф — тимер юлында эшләй, гармунда өҙҙөрөп уйнай, ҡатынының уң ҡанаты, һәр башланғыста уға ярҙам итеп тора. Өлкән улы Урал сәнғәт училищеһын, артабан академияһын тамамлап, Өфөлә музыка мәктәбендә балаларға белем бирә. Тәүәкәс ауылына аҙна һайын ҡайтып ҡурай дәрестәрен уҙғара. Алһыу бәләкәйҙән сәнғәт менән ҡыҙыҡһынһа ла, мәктәпте тамамлағас, белемен Стәрлетамаҡ медицина колледжында дауам итә. Регинаны районда танымаған кеше юҡтыр. Ҡыҙ мөкиббән китеп бейеү менән шөғөлләнә, барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Кесе ҡыҙы Айгүзәл Регина апаһы менән бергә думбыра класына йөрөй, йырларға, бейергә әүәҫ. Әсәләре менән биҙәүестәр, сәйләндән сәскәләр эшләргә лә ярата улар.
Ижад итеүсе, сәнғәт һөйөүсе кешеләр тышҡы донъяны ғына түгел, күңел тулҡынын да үткер күрә белә. Гөлфисә апай ҙа ғаиләһе менән шундайҙарҙан һанала.