Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
8 Февраль 2021, 17:03

“Инйәр”ебеҙ — рухи аҙығыбыҙ

Бер яҡтан ҡыуандырып, икенсе яҡтан сир-зәхмәте менән кешелекте борсоуға, шомға һалған 2020 йыл, Сысҡан йылы, үтеп тә китте.

Ниһайәт, Үгеҙ йылына ла аяҡ баҫтыҡ. Маска режимы, бигерәк тә хаҡлы ялдағы өлкән кешеләрҙең изоляцияла булыуы күңел төшөнкөлөгөнә алып килде. Ләкин һәр бер осраҡта ла ваҡытҡа ҡулайлашырға, иртәгәһе көндәргә өмөт, ышаныс менән ҡарау юлдарын таба белергә кәрәк. Мәҫәлән, йән тыныслығы булырҙай шөғөлдәр: бәйләү, сигеү, скандинав таяғы, саңғы менән йөрөү күңелдәрҙе күтәрә, йәшәргә көс бирә, дәрт өҫтәй. Бөгөнгө яҙыласаҡ фекерем рухи күтәренкелек биреүсе гәзит-журналдар хаҡында.
Милли баҫмалар мине ғүмерем буйына оҙата килде. Уҡырға төшмәгән саҡта уҡ гәзиттәрҙә үҙем белгән хәрефтәрҙән һүҙҙәр уҡый инем. Уҡыу йылдары осоронда, китаптар, гәзит-журналдарҙы уҡыу күп нәмәләрҙе белергә өйрәтте. Хатта үҙем мәҡәләләр (район гәзитендә) яҙа торғайным. Шулай итеп, матбуғат биттәре ғүмерлек юлдашыма, кәңәшсемә, яҡын дуҫыма әйләнде һәм бөгөнгө көндә лә уға тоғро булып ҡалам. Өҫтәлем тулы гәзит, журнал. Ошо пандемия осорода улар бигерәк тә күңелде күтәрә, ҡат-ҡат алып уҡырға форсат бирә. Иң яратып уҡыған гәзитем — “Инйәр”. Подписка башланғас та тәүҙә уға яҙылам. Шулай уҡ башҡа республика матбуғат биттәрен дә алдырып, рәхәтләнеп уҡыйым. Күршеләрем, таныштарым менән дә уртаҡлашам.
“Инйәр” гәзитенең һәр һанын көтөп торам, өр-яңы баҫманы ҡулға алған һайын ҡыуаныс кисерәм. Интернет селтәрең ары торһон! Ниндәй мәҡәлә булыуына ҡарамаҫтан, уҡыусының иғтибарын үҙенә йәлеп итеп, уйланырға мәжбүр итә ул. Районыбыҙҙа барған үҙгәрештәр, яңылыҡтар, төрлө иҫтәлекле даталар айҡанлы үткәрелгән саралар тураһындағы хәбәрҙәр күңелгә хуш килә. Мәктәп тормошо, уҡыу-уҡытыу мөхите, уҡыусыларҙың уңыштары, киләсәк быуында гражданлыҡ һәм илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүгә ҡоролған төрлө мәҙәни сараларҙың үткәрелеүе тураһындағы мәҡәләләр мауыҡтырғыс. “Нисек йәшәйһең ауыл?” рубрикаһы оҡшай, сөнки үҙең белмәгән, күрмәгән ауыл тормошо, эшһөйәр кешеләре, башҡарған эштәре, уй-хыялдары, маҡсаттары тураһында мәғлүмәт алаһың, үҙең йәшәгән ауыл, уның кешеләре, йәшәйеше менән сағыштыраһың, һығымта яһайһың, үҙеңсә баһалайһың.
Районыбыҙҙың күп кенә арҙаҡлы, данлыҡлы шәхестәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре хаҡында педагогик хеҙмәт ветераны Н.Х.Йосопованың бай йөкмәткеле мәғлүмәттәре ғорурлыҡ тойғоһо, ихтирам уята. Шулай уҡ баҫмабыҙҙа бирелгән Г.Фәйрүзованың, Р.Баязитованың, Н.Юлмөхәмәтованың шиғри шәлкемдәре күңелгә илһам бирә, туған телебеҙгә, әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләй.
Гәзит битендә бирелгән “Иман нуры” рубрикаһының әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ, бай йөкмәткеле материалдар халыҡты, үҫеп килеүсе йәш быуынды Ислам тәғлимәттәренә өйрәтә. Шулай уҡ файҙалы кәңәштәр, аш-һыуға арналған рубрикалар гәзит уҡыусыларға кәрәк ваҡытта ярҙам итә. Спорт йүнәлешенә лә ҙур иғтибар бирелә. Уҙған йыл, “Башҡорт теле” йылы булараҡ, телебеҙгә ҡараш, хөрмәт, уны өйрәнеүгә ҡоролған төрлө саралар ҙа гәзитебеҙҙә киң яҡтыртылды.
Ошондай баҫманы нисек алдырмайһың да, нисек уҡымайһың инде! “Инйәр”ҙә үҙ эшенә мөкиббән киткән, илем, телем, тип янған, халыҡ күңелен, уның ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн бар белемен, энергияһын биреп, арымай-талмай эшләүсе директор-баш мөхәррир Гөлшат Зөфәр ҡыҙы Закирова, яуаплы сәркәтип Гөлназ Шаһабан ҡыҙы Фәтҡуллина, шулай уҡ хәбәрселәребеҙ Дилара Фәтих ҡыҙы Бәҙретдинова, Альберт Йәғәфәр улы Рәхимов, Айһылыу Хәйретдин ҡыҙы Мөхәмәтйәноваларҙың тырыш хеҙмәт емеше һалынған. Артабан да уларға ижади үрҙәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын.
Әйткәндәй, быйыл “Инйәр”гә яҙылыу буйынса конкурстар, төрлө дәртләндереү саралары уҡыусыларыбыҙҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырҙы. Почтальондар ҙа өй беренсә йөрөп, өгөтләп баҫманың тиражын арттырыуҙа үҙ өлөшөн индерҙе. Убаларҙан Сәриә Әхәт ҡыҙы Мөхәмәтйәнова иң күп “Инйәр”гә яҙҙырған хат ташыусы тип танылды. Гәзиткә урындағы “Мираҫ”, “Гөлнәзирә” фольклор төркөмдәре ағзалары ла берҙәм яҙылды.
Районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған берҙән-бер башҡорт телендә сыҡҡан “Инйәр”ебеҙ — рухи аҙығыбыҙ. Уны алдырайыҡ, уҡыйыҡ, таратайыҡ, тоғро ҡалайыҡ.
Әлмира Юламанова,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Убалар ауылы.
Читайте нас: