Инйәр
+6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Февраль 2021, 17:31

“Аҡыллы туҡталыш” булырмы?

***

Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Сәйетғәлин етәкселегендә тәүге тапҡыр “Эшҡыуар сәғәте”е ойошторолдо.
Урындағы етәкселеккә үҙ тәҡдимдәре менән Рафик Мамедов мөрәжәғәт итте. Ул Архангел ауылында һатыу павильоны менән “Аҡыллы туҡталыш” төҙөү буйынса үҙ проекты менән таныштырҙы. Йүнсел туҡталыш комплексында бер нисә объектты берләштереүҙе күҙаллай. Унда һатыу нөктәһе (Doner Vill туҡланыу кафеһы), асыҡ туҡталыш, Wi-Fi селтәрен ҡулланыу мөмкинселеге, автобус маршруттарының картаһы, реклама блогы, видеокүҙәтеү, “SOS” төймәһе, картала иҫтәлекле урындарҙың урынлашыуы хаҡында мәғлүмәт буласаҡ.
Һөйләшеү барышында Рафик Мамедовҡа файҙалы кәңәштәр бирелде һәм ер мәсьәләһен хәл итеү буйынса тәҡдимдәр индерелде.
Фото из открытыго источника
Читайте нас в