Бөйөк Ватан һуғышының иң ҡанлы биттәренең береһе – Ленинград блокадаһы. 872 көн дауамында ҡамауҙа торған ҡала ҡот осҡос шарттарҙа йәшәүен дауам итә, еңеү һәм йәшәү өсөн көрәшә.
1941 йылдың 8 сентябрендә Ленинградты немец, фин һәм испан ғәскәрҙәре, Төньяҡ Африка, Европа һәм Италия хәрби-диңгеҙ көстәре берләшеп, ҡамауға ала. Дошмандың көслө баҫымы аҫтында ҡалған ҡала 872 көн дауамында тамуҡ эсендә йәшәй.
Ҡала өсөн бындай ҡамау көтөлмәгәнсә килеп сыға, шуға ла етерлек аҙыҡ-түлек һәм яғыулыҡ тупланмаған була. Ленинград менән берҙән-бер бәйләнеш юлы Ладога күле аша һалынған маршрут тороп ҡала. Уны дошман артиллерияһы, авиацияһы һәм хәрби-диңгеҙ көстәре бер туҡтауһыҙ һөжүм аҫтында тота. Әлбиттә, был “тормош юлы” аша индерелгән ярҙам ҡала халҡы ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй. Һөҙөмтәлә унда аслыҡ башлана, һыуыҡ ҡыш, транспорт һәм йылытыу системаһындағы проблемалар арҡаһында йөҙҙәрсә мең кешенең ғүмере өҙөлә.
Ҡаланы азат итеү еңелдән булмай. 1943 йылдың ғинуарында Ленинград блокадаһы өҙөлә, әммә дошман ғәскәре һәм флоты уны 1944 йылдың ғинуарына тиклем ҡамауҙа тота. Ошо йылдың ғинуар — февралендә совет ғәскәрҙәре Ленинград-Новгород операцияһын үткәрә, һөҙөмтәлә дошман ҡаланың көньяҡ сигенән 220–280 километрға сигенә.
1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында блокадалағы Ленинградты һаҡлаусылар күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 8 майындағы Указына ярашлы, Ленинградҡа “Герой ҡала” исеме бирелә. Хәҙер 27 ғинуар Рәсәйҙең Хәрби Дан көнө — Ленинградты фашист блокадаһынан тулыһынса азат итеү көнө булып билдәләнә.
Ленинградты блокаданан азат итеү көнө илебеҙҙә киң билдәләнә, сәскә һалыуҙар, осрашыуҙар уҙа, “Блокада икмәге” акцияһы ойошторола.
1944 йылдың 27 ғинуарында совет ғәскәрҙәре Ленинград ҡалаһын тулыһынса фашистар блокадаһынан азат итә. Шуға ла был иҫтәлекле көн Рәсәйҙең Хәрби Дан көнө тип иғлан ителгән.
Ошо тарихи көн уңайынан үҙәк район китапханаһы, райондың йәштәр эше буйынса, физкультура һәм спорт комитеты, “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре “Ленинград блокадаһы” батырлыҡ дәресе һәм “Блокада икмәге” акцияһын ойошторҙо. Мөһим сарала Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы студенттары ҡатнашты. Йәштәргә “Ленинград. Блокада. Подвиг” китап күргәҙмәһе, ошо осорҙағы ауыр һуғыш көндәре тураһындағы тарихи мәғлүмәт һәм Рәсәй ветерандар союзы тарафынан онлайн рәүештә “Ленинград блокадаһы” батырлыҡ дәресе тәҡдим ителде.