Инйәр
-6 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
21 Ғинуар 2021, 17:09
Бөтә Рәсәй конкурсы
***
Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә иң яҡшы заманса педагогик эш тәжрибәләрен асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған Лев Выготский исемендәге V Бөтә Рәсәй конкурсына эштәр ҡабул итеү 12 февралгә тиклем оҙайтылды.
Был конкурсты Рыбаковтар ғаиләһенең Хәйриә фонды, “Гарант” үҫеш берләшмәһе хәйриә фонды һәм “Себер” йәмәғәт башланғыстарын яҡлау хәйриә фонды ойоштора.
Конкурс интернет селтәрендә, сараның рәсми сайтында бара:
https://rybakovpreschoolaward.ru
Беҙҙең төбәктә конкурстың операторы сифатында Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ярҙамы менән Өфө ҡалаһының үҫеше йәмәғәт фонды сығыш яһай.
Былтыр Башҡортостан был бәйгелә бик уңышлы сығыш яһаны: ғаризалар һаны буйынса республикабыҙ икенсе урында (317 ғариза) билдәләнде. Төбәгебеҙҙең дүрт ҡалаһынан ҡатнашҡан һигеҙ педагог еңеүсе булып танылып, 50-шәр мең һум аҡсалата бүләк алды.
Был конкурста мәктәпкәсә белем биреү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүселәр ҡатнаша ала. Дөйөм приз фонды – 30 миллион һум. Бәйге алты йүнәлеш буйынса үткәрелә: ике айҙан ете йәшкә тиклемге балалар менән эшләгән педагогтар; балалар менән эшләү тәжрибәһенә эйә сығарылыш курсы студенттары, магистранттар һәм аспиранттар; балалар баҡсалары мөдирҙәре; әлеге өлкәлә эшмәкәрлек алып барған эшҡыуарҙар; тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләгән балалар баҡсаһы һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре; сит ил мәғарифы лидерҙары.
Эшҡыуарҙарға тәғәйен номинацияла еңеүсе Rybakov PlaySchool франшизаһы буйынса балалар баҡсаһы асыу өсөн 4,5 миллион һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.
Һөҙөмтәләр 2021 йылдың 31 мартында баҫыласаҡ.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты ҡуйған бурыстарҙың үтәлешенә яуап бирә.
Читайте нас в