Инйәр
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Ғинуар 2021, 17:06

Ләмәз — ожмах төбәге

Районыбыҙҙың иң төпкөл ауылдарының береһе һаналған Үрге Ләмәз ауылы тәбиғәттең бик матур ерендә урынлашҡан.

Бында меңйәшәр ҡарағастарға бай урман-тауҙары ла, емеш-еләкле ялан-ҡырҙары ла, саф, шифалы һыулы инеш-йылғаһы ла бар.
Район үҙәгенән 50 саҡрым тирәһе алыҫлыҡтағы был ауылды барып күрергә, урындағы халыҡтың көнкүреше менән танышырға теләүселәр бихисап. Нимәһе менән ҡыҙыҡһындыра тиһегеҙме? Беренсенән, шау-шыулы ҡала, район үҙәгенән алыҫ булыуы, икенсенән, билдәле Атыш шарлауығы сәбәпсе, өсөнсөнән, ауылдың тарихы, тәбиғәте һәм башҡа үҙенсәлектәре.
XVIII быуаттың 1-се яртыһында Төркмән-Күҙәй башҡорттары тарафынан нигеҙ һалынған был ауыл элегерәк халыҡ телендә Ләмәз-баш, Ләмәз-йорт тип йөрөтөлгән. 1735-1740 йылдарҙағы халыҡ ихтилалы ваҡытында Ләмәз бер төн эсендә көл-күмергә ҡалдырыла. Һуңғараҡ Урман-Күҙәй волосының Түбәнге Ләмәз кешеләре (бөгөн Иглин районына ҡарай) уны ҡабаттан тергеҙә.
Ләмәз йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡанға күрә ауыл Ләмәз тип атала. Икенсе исеме — Төркмән. Был тирәлә тағы ла Айыу атамалы карст күле һәм Икен йылғаһы аға, ул Ләмәзгә барып тоташа.
Ауыл СССР заманында гөрләп торған. Урындағы халыҡ совхоз эшендә ҡайнап, иртәгәһе көнөнә ышанып йәшәгән. Бала-саға, үҫмерҙәр мәктәпкә йөрөгән. Ҡыҫҡаһы, төпкөлдә лә бәхетле совет тормошо хөкөм һөргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙгәртеп ҡороуҙар һәм башҡа сәйәси яңылыҡтар индерелеү, иҡтисади көрсөк башланыу коллектив хужалыҡтарҙың бөтөрөлөүенә килтерә. Эшһеҙ тороп ҡалған кешеләр ҡырға сығып китергә мәжбүр була. Ошо сәбәпле, халыҡ һаны, тыуым кәмей, мәктәп ябыла. Яҙын ярҙарына һыймаған Ләмәз йылғаһының һыуҙары кире ҡайтҡандай, ауыл тормошо тынып, шымып ҡала.
Әммә ләкин, аҡса табыуы ҡыйынлашыуға ҡарамаҫтан, атайсалына хыянат итмәй, сит ергә күсмәй ҡалып, ошонда ҡалған кешеләр мал, ҡош-ҡорт аҫрап, бал ҡорттарын үрсетеп, һунарсылыҡ менән шөғөлләнеп, емеш-еләк йыйып тыуған төйәктәрендә йәшәүҙәрен дауам итә.
Ауылдар буйлап йөрөгән саҡта шуныһы һиҙелә — һәр ерҙә үҙенә генә күрә көн күреү рәүеше, халыҡтың холоҡ-фиғеле, донъяға ҡарашы ярылып ята. Ләмәзлеләргә алсаҡлыҡ, ябайлыҡ тырышлыҡ һәм ергә яҡын булыу хас. Һәр кем артыҡ зауыҡ артынан ҡыумай, йәшәүҙең бөгөнгөһөнөң ҡәҙерен белеп, бер ҡайҙа ҡабаланмай, ярһымай, сәбәләнмәй һәүетемсә генә донъя көтә. Үҙ ваҡыт үлсәме, тормош күсәре, ә иң мөһиме, күңел тыныслығы хакимлыҡ итә бында.
Ләмәз заман менән бергә атлай, үҫешә, нығына. Быны йорттар төҙөлөүе, юлдарҙың төҙөкләндерлееүе, яңы күперҙең сафҡа индерелеүе, сит яҡтарҙан кешеләрҙең күпләп күсеп килеүе һәм башҡа ыңғай күренештәр дәлилләй. Бөгөн ауылда 34 йортта йыл әйләнәһендә 105 кеше йәшәй, 20-гә яҡынында — “дачник”тар донъя көтә. Балалар һаны 10-дан артыҡ. Уҡыусыларҙы көн һайын мәктәп автобусы Валентиновка ауылы мәктәбенә йөрөтә. Әйткәндәй, автобустың водителе Морсалов Әсҡәт ағай үҙ эшен намыҫлы башҡара. Шуға сабыйҙарын иртән уға ышанып тапшырған ата-әсәләрҙең күңеле балаларының ғүмере өсөн һәр саҡ тыныс.
Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Уның менән үҙ һөнәренең оҫтаһы Тимара Шәйхулла ҡыҙы Сәғиҙуллина етәкселек итә. Хат ташыусы ла бар. Фәрзәнә Морсалова күрше Михайловкала урынлашҡан почта бүлексәһенән аҙнаһына ике тапҡыр барып, кешеләргә ваҡытлы матбуғат баҫмаларын, электр утына һәм башҡаларға түләү квитанцияларын тарата. Халыҡтың үҙ көсө менән һалған мәсете тирә-йүнгә йәм, иман нуры һибеп тора. Йома һайын олоһо ла, кесеһе лә ошо изге урынға йыйылып аҙан әйтә, әрүахтар рухына хәйер бирә, донъялар, баш именлеге өсөн доғалар уҡый. Имам-хатип Рудик Шәкирйән улы Ризяпов дини һабаҡтар бирә.
Халыҡты аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары менән тәьмин иткән РАЙПО магазины элек-электән бар. Башҡа ауылдарҙағы кеүек шәхси һатыу нөктәләрен тотоу, был яҡтарҙа күп сығымдар талап итә, шуға күрә башланғысты хуплаусы әлегә табылмаған. Бер генә магазин булыуға ҡарамаҫтан, Фазила Исмәғзәм ҡыҙы Андреева кем ни теләй, бөтә нимәгә лә заявка бирә. Уның эшенән һәр кем ҡәнәғәт.
Бәләкәй генә булһа ла бар тормошто үҙ эсенә алған, кешеләргә илһам биргән, фекерҙәштәрҙе бергә йыйған мәҙәни усаҡ — китапхана ауылдаштарҙың яратҡан урыны. Китапханасы Гүзәл Мирсәйет ҡыҙы Борханова әйтеүенсә, бында китап уҡыуҙан тыш, мәҫәлән, ҡул эштәре менән булышыу, уның барышында оҫталығың, тәжрибәң менән башҡалар менән бүлешеү, файҙалы кәңәштәр менән уртаҡлашып, төрлө мәҙәни саралар ойоштороп ваҡытыңды әһәмиәтле уҙғарыу өсөн ҡулайлаштырылған ер ул.
2016 йылдың майында клуб алдында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылған. Бында яуҙа ҡатнашҡандарҙың туғандары йыл һайын Еңеү байрамында йыйылып, совет һалдаттарын иҫкә ала. Шулай итеп, Ләмәздә мәҙәни һәм халыҡты социаль хеҙмәтләндереү усаҡтары юҡ түгел, бар һәм улар яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп эшмәкәрлек итә.
Урамдарҙың ҡараңғы ваҡытта яҡтыртылыуы, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу майҙансығын хәстәрләп ҡуйыу, мобиль бәйләнештең булдырылыуы (тик ни өсөндөр Мегафон, Билайн операторҙары насар тотто) йәшәү шарттарының яҡшырыуы хаҡында һөйләй. Яҡында эш урындарының юҡлыҡлығы ғына күңелде ҡыра. Үрҙә әйтелгәнсә, халыҡ утын әҙерләп һата, күпләп мал, ҡош-ҡорт, бал ҡорттарын аҫрай һәм ғаиләһенән артҡанын һатып аҡсаға әйләндерә.
Клара Миғранова йәй буйы ҡайын миндеге әҙерләй. Уның үҙ һатып алыусылары ла бар. Көҙгә тиклем ауылда тора ла ҡыш етеү менән Өфө ҡалаһына китә ул. Ситтән килгән Маруф Дунаев тормош иптәше Мәҙинә менән күпләп мал аҫрай, быйыл ҡаҙ тотҡандар, ҙур, иркен мал аҙбары һалғандар. Йәштәр ҙә ҡалышмай, мәҫәлән, Рая Хәсәнова 90 ҡаҙ үҫтергән, уларҙан тыш, ихата тулы һарыҡ, эре мөгөҙлө мал. Йәш ҡатын балалары менән өйҙә донъя көтә, ә ире ҡырҙа эшләй. Әйткәндәй, Рая кеүек ҡатындар күп Ләмәздә. Ни хәл итәһең инде?
Оло 70-80 йәшлек әбей-бабайҙар ҙа йәштәргә биргеһеҙ дәртләнеп донъя йөгөн алға һөйрәй. Зәкиә Абдуғәфәр ҡыҙы Ғатауллинаны ғына алайыҡ. Ихатаһы ялт итеп тора. Өй эсендә ҡыйып баҫҡыһыҙ бөхтәлек, тәртип шунда уҡ күҙгә салына. Тормош иптәше Мирсәйет Мөғин улы менән биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Икеһе лә ғүмер буйы совхозда тир түккән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире күптән гүр эйәһе. Яҙмыштың ҡаты һынауҙары ил инәһен һындыра алмай. Ул балалары, ейән-ейәнсәрҙәренә ҡулынан килгәнсә булышып, матур итеп йәшәп ята.
Венер Мирсәйет улы Хөснөтдинов, элек район үҙәгендә йәшәгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас та Ләмәздә йорт һалып ҡатыны менән тыуған еренә күсеп ҡайтҡан. Венер ағай бында үҙенең хыялын тормошҡа ашыра — бал ҡорттарын үрсетеү менән шөғөлләнә башлай.
— Бал ҡорттарының Ләмәздә йыйған балы, иң тәмлеһе һәм иң сафы, — ти ул.
Ә йәштәр, ир-уҙамандар вахта ысулы менән Себер тарафтарында, Мәскәүҙә һәм башҡа ерҙәрҙә эшләп ҡайта. Бер ҙә бошоноп тормайҙар! Бына шулай, ҡырҙа, шәхси хужалыҡтарында ең һыҙғанып, тырышып хеҙмәт итеп алға бара төпкөл ауыл халҡы.
Бәлки, яҡын киләсәктә Ләмәз тағы ла гөрләр. Үҙенең мәктәбе, балалар баҡсаһы, ғаиләләргә эш хаҡы биргән хеҙмәт урындары, йәштәргә хыялдарын тормошҡа ашырырлыҡ мөмкинлектәр биргән ауылға әйләнеп китер. Ә бөгөнгә Ләмәз бына шулай йәшәй.
Дилара Бәҙретдинова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: