Алыҫ Әбйәлил районы Туйыш ауылында тыуып, бар ғүмерен Архангел ере менән бәйләгән Фәйез Фәтих улы Йортомбаевты районда олоһо ла, кесеһе лә бик яҡшы белә. Үҙ тыуған яғына ғашиҡ булыуға ҡарамаҫтан, ир-уҙаман байтаҡ йылдар элек Ватан һүҙенең мәғәнәһен аңлап, уға намыҫлы хеҙмәт итергә һәр ҡайҙа ла әҙер була.
Мәктәптә белем алған сағында уҡ спортты үҙ итә. Шуға күрә уның алдағы тормошо ла сәләмәт тормош рәүеше менән бәйләнә. Өлгөргәнлек аттестатын ҡулына алған егет күп уйлап тормай Белорет медицина училищеһына документтарын тапшыра. Һөнәри белем алған осорҙа ла яратҡан шөғөлөн ташламай, төрлө район, ҡала, төбәк ярыштарында уңышлы сығыш яһай. Иптәш егеттәренә лә ыңғай йоғонто яһап, уларҙы спортҡа ылыҡтыра.
1980 йылда Архангел үҙәк район дауаханаһына йүнәлтмә буйынса “Ашығыс ярҙам”дың фельдшеры итеп эшкә ебәрелә. Бында бер ни тиклем тәжрибә туплағандан һуң, армия сафына алына. Әүҙем, физик яҡтан ныҡ һалдат яңы мөхиттә лә үҙ өҫтөндә эшләүен дауам итә. Армия хеҙмәтен үтәп йөрөгәндә бер мәл уға Силәбе дәүләт физик культура институты тураһындағы мәҡәлә эләгә. Ҡыҙыҡһынып китә һәм армиянан һуң, һис шикһеҙ, физкультура уҡытыусыһына уҡырға инергә кәрәк, тигән маҡсат ҡуя. Шул көндән алып имтихандарға әҙерләнә башлай. Хәрби бурысын тамамлап ҡайтҡас та Силәбегә юллана. Имтихандарҙы уңышлы тапшырып күпмелер ваҡыт үткәс, телефондан ҡыуаныслы хәбәр ала.
Силәбеләге студент йылдары геройыбыҙҙың тормошонда иң сағыу осор булып ҡала. Ошонда ул үҙенең шәхес булараҡ үҫешеүен тоя, әүҙем йәмәғәт эшмәкәренә әйләнә һәм иң мөһиме үҙенең һөйөүен, тормош юлдашын – Әлфиә Йыһанур ҡыҙын осрата. Улар әлеге лә баяғы спорт ярышында бер-береһенә иғтибар итәләр. Ябай осрашыу, дөйөм ҡыҙыҡһыныу тора бара араларҙы яҡынайта һәм дуҫлыҡ мөхәббәткә әйләнә.
1985 йыл Йортомбаевтар Ҡыҙыл Еҙем мәктәбенә эшкә ҡайта. Фәйез Фәтих улы физкультура, ә Әлфиә Йыһанур ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы вазифаһында хеҙмәт юлдарын башлай. Дәртле йәш ғаилә мәктәп тормошона ғына түгел, ә ауыл йәшәйешенә лә яңылыҡ индерә. Өлгөр, янып, ут сәсрәтеп торған Йортомбаевтар ең һыҙғанып тынғыһыҙ мәктәп эшенә сума.
Бер танышы ла, яҡын туғаны ла булмаған сит ерҙе үҙ иткән ир-уҙаман ғаиләһенең дә, хеҙмәттәштәренең дә, ауылдаштарының да тоғро таянысына әйләнә. Алдынғы ҡарашлы, тырыш уҡытыусыны район хакимиәтендә лә бик тиҙ иғтибар үҙәгенә алалар. Һөҙөмтәлә 1995 йылдың август айында уны Ҡыҙыл Еҙем ауыл биләмәһенә хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләйҙәр. Был яңы эштә уға ябай халыҡ та, етәкселек тә ярҙам итә. Өс йыл дауамында Фәйез Йортомбаев яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә, кешеләр ҙә уны үҙ итеп өлгөрә. Хакимиәт башлығы бер ваҡытта ла кабинетында ултырмай, ә һәр саҡ халыҡ менән бергә ҡайнай, кәңәштәренә ҡолаҡ һала. Кемдең ниндәй мәсьәләләре бар — ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Ул әле лә, етәксе бер урында торорға тейеш түгел, ә кешеләргә яҡын, уны тойоп йәшәргә тейеш ти. Артабан 1998 йылда уны яңынан мәктәпкә саҡыралар. Был юлы уға уҡытыусы йөгөн дә, директор яуаплығын да артмаҡларға тура килә. Мәктәп тормошон, балаларға белем биреүҙе яратҡан, үҙ һөнәрен һағынып өлгөргән хеҙмәткәр ҡолас йәйеп эш башлай. Һәр ерҙә алдынғылар рәтендә булырға, юғары күрһәткестәргә өлгәшергә, бирешмәҫкә, тигән маҡсат менән Ҡыҙыл Еҙем мәктәбе уҡыу-тәрбиә эшендә яҡшы уңыштарға ирешә. 2007 йылда район хакимиәте башлығы Фәйез Фәтих улын икенсе тапҡыр Ҡыҙыл Еҙем ауыл хакимиәте башлығы итеп ҡуя. Юҡ, тип ҡырт киҫә алмай, шулай кәрәктер тип ризалаша һәм 2010 йылға тиклем етәкселек итә. Ауылдаштары менән бик күп ыңғай эштәр башҡара, байтаҡ мәсьәләләр хәл ителә. Ҡыҫҡаһы, ҡайҙа ғына, ниндәй генә вазифаны башҡарһа ла Ф.Йортомбаев һәр саҡ үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә, халыҡ та ҡәнәғәт ҡала.
2010 йылдан райондың спорт комитеты рәйесе вазифаһын етәкләй. Был эшмәкәрлеге осоронда тәжрибәле етәксе йәштәр тормошона, ә иң мөһиме һәләтле, спорт һөйгән егет-ҡыҙҙарҙы табыуға, уларҙы үҫтереүгә, районыбыҙҙы республика кимәлендә танытыуға ҙур көс һала. Яуаплылыҡ та ҙур була: аҡса, спорт йыһаздарын булдырыу, спортҡа ҡыҙыҡһыныу, хөрмәт тәрбиәләү һәм башҡалар. Әйткәндәй, спорт комитетын етәкләгән саҡта бик яҡшы база туплап өлгөрә һәм районыбыҙҙың данын яҡлап, һәләтле спортсыларға юл аса.
2012 йылдан бөгөнгәсә район Советы секретары итеп тәғәйенләнелә һәм ошо арауыҡта урындағы үҙидаралыҡтың нығыныуына, үҫешенә тос өлөш индерә. Фәйез Фәтих улының бар өлкәләрҙәге намыҫлы хеҙмәте төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Әйткәндәй, 2001 йылда РФ Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, ә 2005 йылда Мәғариф отличнигы тигән маҡтаулы исем бирелде.
Бөтә булмышын Тыуған иленә, Ватанына тоғро хеҙмәт итеүгә бағышлаған ир-уҙаман бөгөн ғүмеренең сағыу миҙгеленә аяҡ баҫҡан. Тормош иптәше менән үҙҙәре кеүек уңған, һылыу өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары ла ата-әсәләре кеүек уҡытыусы һөнәрен үҙләштергән. Оло ҡыҙҙары Ирина – физик, Альбина – тел белгесе булһа, кескәйҙәре Алина математика һәм физик культура уҡытыусыһы. Спорт һөйгән Йортомбаевтар ғаиләһе 15 йылдан артыҡ беҙҙең районыбыҙҙың данын “Спорт һөйөүсе ғаилә” республика ярыштарында яҡлай. Ғөмүмән, Фәйез Йортомбаев яҡындарында ла илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә иреште.
Ирмен тигән ир-егет һәр саҡ иленә хеҙмәт итер. Фәйез Фәтих улы ла шундай ил ағалары рәтендә.