Инйәр
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Ғинуар 2021, 17:36

“Инйәр” — ихтирамға лайыҡ

“Инйәр” гәзитен мин күп йылдар алдырам, һәр бер һанын һағынып көтөп торам.

Ул районда сыҡҡан башҡорт телендәге берҙән-бер баҫма. Ерле халҡыбыҙҙың тормошо, йәшәйеше, уңыштары, һуңғы яңылыҡтар, үҙгәрештәр, закон ҡарарҙары, һаулыҡ һаҡлау буйынса табип йәки халыҡ кәңәштәре тап бына ошо гәзиттә баҫыла ла инде. Мәктәп тормошо, ғаиләлә тәрбиә мәсьәләләре лә ярайһы уҡ уңышлы күтәрелә. Хәҙерге ауыр ваҡытта бер-беребеҙ менән аралашыу, аңлашыу, шатлыҡ-ауырлыҡтар менән бүлешеү, кемгәлер ярҙам ҡулы һуҙыу “Инйәр” аша тормошҡа ашырыла.
Гәзит уҡыусылар араһында быға етди ҡараған, үҙ баһаһын ҡуйған, үҙ фекере, һүҙе булған кешеләрҙең барлығы шатландыра. Ҡайһылары әйтер һүҙҙәрен шиғри юлдарға һала, бәғзеләре матур эстәлекле, күңелгә ятышлы мәҡәләләр менән сығыш яһап, иртәгәһе көнгә ышаныс уята. Юғары интеллектлы, оло йөрәкле авторҙарҙың район тормошо, халыҡ яҙмышына битараф булмауы бик әһәмиәтле. Тәрән эстәлекле, халыҡсан мәҡәләләре менән гәзиттең бәҫен күтәргән Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙы Йосопова (Абҙан ауылы) һәм туған телебеҙҙе, тыуған еребеҙҙе, атайсалыбыҙҙы данлаған шиғырҙар, йырҙар авторы Гөлира Миңнеғәли ҡыҙы Фәйрүзова (Тәүәкәс ауылы) иғтибарға лайыҡ.
Нәсиә Хәмиҙулла ҡыҙын белмәгән кеше аҙҙыр. Ул оҙаҡ йылдар етәксе вазифаларҙа эшләп, үҙен төрлө яҡлап һәләтле икәнен күрһәтте. “Инйәр” гәзите мөхәррире булып эшләгән осорҙа телде һаҡлау, үҫтереү мәсьәләһе бермә-бер артты. Бөгөн дә хаҡлы ялдағы уҡытыусы гәзиттең иң әүҙем хәбәрсеһе булып ҡала. Ул районыбыҙҙағы етәкселәр, күренекле шәхестәр тормошо, эшмәкәрлеге менән генә түгел, бәлки фиҙаҡәр хеҙмәт өлгөһөн күрһәткән ябай һауынсылар, игенселәр, малсылар, матур ғаиләләр һәм башҡаларҙың тормошон һүрәтләүе менән дә аырылып тора. Башҡорт халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың “Бер аҙым алға баҫам да, әйләнәм мин артыма, ҡайҙа баҫҡандар икән тип, күҙ һаламын халҡыма”, — тигән һүҙҙәре мәктәп йылдарынан уҡ күңелемдә ҡалған. Нәсиә Йосопова ла ғүмер буйы халыҡ менән эшләне, йәшәне, әле лә бергә тын ала. Яҡынлашып килгән тыуған көнөндә уға уңыштар насип булһын.
“Инйәр” ҙең тоғро дуҫы Фәйрүзова Гөлира Миңнеғәли ҡыҙы 16 йыл дауамында район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы булып эшләне, “Инйәр” ҙә хаттар бүлеген дә етәкләне. Ул бөгөн дә редакцияның яҡын дуҫы, ышаныслы ярҙамсыһы. Тәрән эстәлекле мәҡәләләре, шиғырҙары район баҫмаһында даими донъя күрә. Төрлө конкурстарҙа ла ҡатнаша, үҙе авторлығындағы, йәиһә халыҡ йырҙарын да оҫта башҡарыусы. Шиғырҙарының береһендә туған телебеҙҙе ҙурлап: “Туған телем — башҡорт теле, халҡым һүҙе, халҡым йөҙө, хаҡлыҡ һүҙе, сафлыҡ гөлө, паклыҡ гөлө — туған телем”, — тип яҙа. Үҙ телен яратыусы, уны ҙурлаусы тап “Инйәр” аша халыҡҡа әйтер һүҙҙәрен еткерә.
Гәзит менән йыш хәбәрләшеп торған абруйлы ханымдарҙан тыш, йәштәр араһында ла матур фекерҙәре, ижад емештәре менән уртаҡлашыусыларҙың да ваҡыты-ваҡыты матбуғат биттәрендә күренеүҙәре, райондаштарыбыҙҙың хәбәрләшеп тороуы, ойошторолған бәйгеләрҙә ҡатнашыуҙары ҡыуаныслы. “Инйәр” — урындағы милләтәштәребеҙҙе, туған телебеҙ, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ яҙмышына битараф булмағандарҙы берләштереүсе. Шуға күрә иле, теле, халҡы өсөн янып-көйгән, уларҙың иртәгәһен ҡайғыртҡан, балаларының маңҡорт булып ҡалыуҙарын теләмәгәндәр һис шикһеҙ “Инйәр”ҙе алдырмай ҡалмаясаҡ. Үрҙә телгә алынған гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ошо изге маҡсаттан ялҡынлы һүҙҙәрен туҙға яҙа бит. Шуға ла гәзитебеҙҙең мәртәбәһе бик юғары.
Минең әйтергә теләгәнем шул: башҡорт телендәге гәзитебеҙ — беҙҙең йәшәйешебеҙ, йөҙөбөҙ, телебеҙ, һүҙебеҙ. Ул — рухи аҙығыбыҙ. “Инйәр”ҙе алдырайыҡ, уҡыйыҡ, таратайыҡ. Баҫмабыҙ Инйәр йылғаһындай оҙон ғүмерле, хәбәрселәрҙең ҡәләме шыма, һүҙҙәре үтемле булһын. Яңы йылда — яңы уңыштар һиңә, “Инйәр”!
Нәсимә Юлмөхәмәтова,
Тәүәкәс ауылы.
Читайте нас: