Инйәр
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Ғинуар 2021, 17:53

“Аталы бала — арҡалы”

“Декабрь аҙаҡтарында ҡәҙерле атайыбыҙға 100 йәш тулған булыр ине.

Беҙ уны бик тә һағынабыҙ, юҡһынабыҙ”, — тип башланды редакциябыҙға килгән сираттағы хат. “Бала яҙмышы, киләсәге ата–әсәнең тәрбиәһенә бәйле. Күп осраҡта атайҙың роле ҙур әһәмиәткә эйә була. Халҡымдың бик дөрөҫ әйтеме бар “Аталы бала — арҡалы”, тип. Эйе, яҡшы атай балаларын ҡурсалап, һаҡлап, яҡлап, ҡалҡан кеүек һаҡлай.
Беҙҙең дә атайыбыҙ, Монасин (Монасипов) Мөхәмәт Мөхәмәдиә улы, шундай ҡалҡан булды. Ул Аҫҡын ауылында тыуған, ғүмер буйы Заряла йәшәгән. Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса данлы яу юлы үткән.
Беҙ “арҡалы” балалар булдыҡ, сөнки атайлы үҫтек. Эйе, эйе, атайлы. Ҙур хәрефтән яҙылған Атай менән.
“Атай, ҡәҙерлем!” — ошо һүҙҙәрҙе уға бағышлап яҙам. Атайыбыҙҙың беҙҙең аранан китеүенә 16 йыл булып китһә лә, гел беҙҙең арала кеүек. Туғандар менән бергә йыйылышһаҡ, ниндәйҙер эш башлаһаҡ, иң тәүҙә уға “өндәшәбеҙ”, кәңәш “һорайбыҙ” .
Күҙ алдына атай гел “фыртауай” килеп баҫа: костюмда, күлдәк үтекләнгән, башта эшләпә, аяҡта туфли. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел ине. Аптырайым, төпкөл Аҫҡын ауылында тыуған, Юрмаш ауылында буй еткерегән, етем үҫкән баланың, ҡайҙан “интеллигентлыҡ” сифаттары барлыҡҡа килде икән? Әллә Совет ғәскәрҙәре менән ярты Европаны үткәндә “Европа мәҙәниәте” һеңдеме икән? Йәш көйө генә, 16 йәше тулыр-тулмаҫ, Ленинградҡа ФЗО-ға сығып китә. Алты айлыҡ сағында, инәй тәрбиәһенән мәхрүм булһа ла, бер ҙә бирешмәгән, юғалып ҡалмаған. Тормошта үҙ урынын табырға, лайыҡлы йәшәргә тырышҡан. Һуғыш та рухи көсөн һындыра алмаған, сыныҡтырған ғына.
Һуғыштан һуң да бит, тормош бик рәхәттән булманы. Ләкин атайыбыҙ матур киләсәккә ышаныс менән йәшәне, уға ҙур өмөттәр бағланы. 1945 йылдың ноябрендә инәйемде осратып, ғүмерлеккә бергә булырға һүҙ ҡуйышып, өйләнешәләр. Инәйем менән иңгә-иң терәшеп, 58 йыл ғүмер кисереп, һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтерә улар.
Эйе, улар бөтә ил кисергәнде кисерҙе, ләкин һәр ғаилә үҙ йүнен үҙе күрҙе бит. Тормош аҙ һынаманы: янғын йортобоҙҙо көл–күмергә әйләндергән осраҡта ла, ҡәҙерлеләребеҙ бөгөлөп төшмәй. Ә Илфат ағайым мәрхүм булғас, ҡайғынан ҡара яндылар, тик бирешмәнеләр.
Атайымдың һигеҙ балаһы өсөн абруйы бик ҙур ине. Оло ағай-апайымдарға ла, үҙҙәре олатай-өләсәй булһалар ҙа, һүҙе һүҙ булды. “Атайыма әйтәм”, — тигән бер һүҙ етте. Ул бер ваҡытта ла күп һөйләмәне, ләкин әйткән һәр һүҙе бик ҙур тылсымға эйә булды. Был бит атайҙы хөрмәт итеүҙән килде. Һәр беребеҙҙе “хеҙмәт мәктәбе” аша тәрбиәләне. Апайым әле лә ағайымдар менән тауға урман ҡырҡырға йөрөгәнен һөйләй, әсенеп түгел, ә ғорурланып. Ә беҙ, бәләкәйерәк балалар, хеҙмәт мәктәбен колхоздың ҡорт баҡсаһында үттек. Атайыбыҙ нисәмә йыл умартасылыҡты етәкләне. Унда эшләр өсөн бал ҡорто кеүек егәрле булырға кәрәк. Ә ул һәр саҡ тир түкте, бик талапсан да булды. Беҙҙе умарталыҡҡа иртүк бергә алып бара торғайны. Ҡулдан килгәнсә тырышып булышабыҙ, эште еренә еткерәбеҙ, сөнки талап шундай. Маҡтап та, кәрәк саҡта, тыңламағанда, тиргәп тә алды.
Шул ваҡыттарҙа бергәләп бесән әҙерләүҙәре, бал алыуҙары ныҡ һағындыра. Ә атай бешергән аштар телде йоторлоҡ була торғайны! Ҡайһы саҡ ул бешергән аштарҙы маҡтап, инәйемде үпкәләтеп тә ҡуя инек.
Мәктәптә яҡшы уҡыуыбыҙ — атай-әсәйебеҙ өсөн ҙур ҡыуаныс та, ғорурлыҡ та ине бит, сөнки улар балаларын белемле итергә тырышты. Белемдең ҙур көскә эйә икәнен, атайым яҡшы аңланы.
Һаман да иҫтә: дәрес әҙерләргә ваҡыт етһә, атайыбыҙ телевизорҙы һүндереп, беҙгә эш урыны әҙерләй, хатта яратып ҡараған тапшырыуҙарын да ҡарап бөтмәй. Шулай уҡ беҙҙе фекерләргә өйрәтте. Телевизорҙан ҡыҙыҡ, фәһемле тапшырыу ҡарағандан һуң, фекер алышыуҙар ойштора ине.
Мәктәпкә лә ата–әсәләр йыйылышына атай үҙе йөрөнө. Ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, нимә тип әйтер икән тип. Юҡ, ҡурҡманыҡ, сөнки беҙ матур уҡыныҡ, ҡәҙерлеләребеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек.
Беҙҙең өсөн уҡытыусыларҙың “Ваш папа очень культурный, интеллигентный, образованный”, — тип әйтеүҙәре баштарыбыҙҙы күккә сөйҙөрҙө.
Һеңлем менән юғары уҡыу йортона ингәс, атайымдың шатланыуы, беҙҙең менән ғорурланыуы, ғүмерҙә йәш күрмәгән (беҙ шулай уйлай инек) күҙҙәренең еүешләнеүе һаман күҙ алдында.
Беҙ атайыбыҙға бик рәхмәтлебеҙ. Ул беҙҙең өсөн яҡты маяҡ булды һәм булып ҡаласаҡ та!
Рима Кәримова.
Заря ауылы.
Читайте нас: