Инйәр
-7 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
17 Ғинуар 2021, 15:13

Президент гранттарының 2021 йылдағы беренсе конкурсында Башҡортостандан 54 коммерцияға ҡарамаған ойошма еңеүсе тип танылды

***

54 коммерцияға ҡарамаған ойошма республикаға 44 миллиондан ашыу һум грант аҡсаһы йәлеп ителде. Был конкурсҡа республиканан барлығы 400-ҙән ашыу проект тапшырылған. Рәсәй төбәктәре араһында конкурсҡа ғариза биреү һаны буйынса Башҡортостан – дүртенсе урында. Волга буйы федераль округындағы төбәктәрҙән конкурста еңгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һаны буйынса республика икенсе урын биләй.
“Граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау, сәләмәт тормошто пропагандалау” һәм “социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам итеү һәм граждандарҙы яҡлау” йүнәлештәре буйынса – 13, “фән, мәғариф, мәғрифәт өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү” йүнәлеше буйынса 9 проект еңгән.
2990374 суммалыҡ иң ҙур грантты “Мин+Әсәй” проектын Башҡортостанда тормошҡа ашырыу өсөн “Ыңғай мөхит” кешеләргә ярҙам итеү төбәк ижтимағи ойошмаһы алған. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
Читайте нас в