Республика байрам саралары календарына ярашлы, 13 ғинуар Интеллектуаль һәм өҫтәл уйындары көнө билдәләнде. Был төр уйындар бөтә кешеләрҙе лә берҙәм ижади эшсәнлеккә йәлеп итергә мөмкинлек бирә, белем алыуға, донъяға ҡарашты киңәйтеүгә һәм балалар-үҫмерҙәрҙә яңылыҡтар үҙләштереүгә ынтылышты арттыра.
Ошо айҡанлы районда “Йәйғор” балалар һәм үҫмерҙәр клубында шахмат турниры уҙҙы. Сарала Архангел, Арх-Латыш, Баҡалды, Липовка ауыл биләмәләренән 50-нән артыҡ спортсы ҡатнашты. Ярыш 8 йәшкә тиклемгеләр, 9-13 һәм 14-18 йәштәге ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр, шулай уҡ 18 йәштән олораҡ ир-егеттәр араһында ойошторолдо. Спорт сараһында ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Гүзәлиә Имаева сәләмләгәндән һуң, төркөмдәрҙә үҙ-ара уйындар башланды.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса 8 йәшкә тиклемге балалар араһында Мосолова Софья менән Михайлов Егор – беренсе, Бәҙретдинова Алина менән Ғөбәйҙуллин Шамил – икенсе, Пискунова Ангелина менән Пискунов Кирилл өсөнсө урын яуланы. 9-13 йәштәгеләрҙән Әбсәләмов Рифат менән Киселева Полина – “алтын”, Юнысов Ғәйсәр менән Надеева Варвара – “көмөш”, Хәсәнов Иҙел менән Ефимова Анастасия “бронза” миҙалға лайыҡ булды. 14-18 йәштәгеләрҙән Мочалов Глеб менән Исхаҡова Карина – I, Фәттәхов Таһир менән Ибраһимова Регина – II, Әбсәләмов Айҙар – III сыҡты. Ир-егеттәрҙән Йәғәфәр Рәхимов иң күп мәрәй йыйып беренселеккә сыҡһа, икенсегә – Азат Мәзитов, өсөнсөгә Ришат Гәрәев лайыҡ булды.
Еңеүселәр һәм призерҙар райондың йәштәр эше, физкультура һәм спорт комитеты тарафынан Маҡтау ҡағыҙҙары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.